Өфөнөң сауҙа һәм дөйөм туҡланыу предприятиелары 17 ғинуарҙа махсус йәрминкәлә эш эҙләүселәргә үҙ вакансияларын тәҡдим итә.
«Башинформ» агентлығына Өфөләге Халыҡ мәшғүллеге үҙәгенән хәбәр итеүҙәренсә, вакансиялар араһында — администратор, водитель, ярымфабрикаттар әҙерләүсе, кассир, менеджер, ашнаҡсы, һатыусы, слесарь, электрик һәм башҡа һөнәрҙәр.
Йәрминкәгә килеүселәргә ғәҙәттәгесә мәшғүллек өлкәһендәге бөтә дәүләт хеҙмәттәрен күрһәтеү, шул иҫәптән компьютер диагностикаһы һәм һөнәри йүнәлеш, һөнәри белем биреү, мәшғүллектең хоҡуҡи мәсьәләләре буйынса консультациялар ҡаралған.
Үткәреү урыны һәм ваҡыты – Ибраһимов бульвары, 47/1, иртәнге сәғәт 10-дан 12-гә тиклем.
Бөтә хеҙмәттәр ҙә бушлай.