-13 °С
Болотло
«Бының сәбәптәре күп, шул иҫәптән объектив шарттар. Ләкин, шуға ҡарамаҫтан, ҙур төбәктәрҙе – Мәскәү өлкәһен, Татарстанды, Свердловск, Силәбе өлкәләрен алһаҡ, коллегаларыбыҙҙың барыһы ла һәйбәт икәнен күрәбеҙ. Шуға күрә хәҙер бының өҫтөндә әүҙем эшләйбеҙ», — тине Радий Хәбиров.
«Минең фекеремсә, бында хәл бик мөшкөл, сөнки тышҡы сауҙа тауар әйләнеше һәм сит ил инвестициялары күләме күрһәткестәре беҙҙә 2008 йылдан бирле иң насары. Ун йыл эсендә алға китергә мөмкин ине, ә беҙ бер аҙ арттараҡ ҡалдыҡ».
«Әгәр унда һалымдар ҙа, бер нәмә лә булмаһа, ниндәй социаль тормош тураһында һүҙ алып барырға мөмкин? Беҙ, әлбиттә, атайҙарыбыҙ ойошторған ҙур предприятиеларҙы бик оҙаҡ файҙалана алабыҙ. Ләкин үҙебеҙгә лә нимәлер булдырырға кәрәк, бер йылда мөхитте үҙгәртербеҙ һәм халыҡ беҙгә ышаныр», — тип белдерҙе республика етәксеһе.