«Пышка» компаниялар төркөмө етәксеһе Рәсимә Мусина Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусынан республика етештереүселәренең продукцияһын Мәскәү баҙарына индереүҙе көсәйтеүҙә ярҙам күрһәтеүен һораны.
«Сифат яғынан «Мираторг», «Бәхетле», «Азбука вкуса» селтәрҙәрен ҡалышмайбыҙ, — тине ул төбәк етәксеһенең Башҡортостан Сауҙа-сәнәғәт палатаһында эшҡыуарҙар менән осрашыуында. – Мәскәүҙә продукциябыҙҙы сағыуыраҡ күрһәтергә теләйбеҙ, ләкин беҙ быны үҙебеҙ генә эшләй алмайбыҙ, көстө берләштерергә кәрәк. Беҙҙә ваҡ, мәҫәлән бер көтөү һыйыры булған етештереүселәр күп, ләкин улар баҙарға сығыу өсөн кәтлиттәргә барып етә алмай, төргәктәре лә, маркировкаһы ла юҡ. Ваҡ етештереүселәрҙең һәм йәмәғәт туҡланыуының көсөн берләштереү яҡшы һөҙөмтә бирер ине. Йәнә ауыл хужалығы кооперацияһы – кооператив етештерә, һата һәм бөтә ойоштороу мәсьәләләрен хәл итә».
Радий Хәбиров Мәскәү баҙарында уңышлы эшләгән конкуренттарҙың өҫтөнлөккә эйә булыуы менән ризалашты. «Шул уҡ «Бәхетле»лә яҡшы маркетинг һәм уңайлы интерфейс» — тине ул һәм Мәскәүҙә республика вәкиллегенең эшләүен, уның етәксеһе Роман Симандуевтың «сараларҙы ойоштороуҙа тәжрибәле» булыуын, бының урындағы етештереүселәргә баш ҡала баҙарына сығырға ярҙам итә алыуын билдәләне.