Беҙҙең Ҡыйғы
+22 °С
Облачно
Баш
Рус
ИҠТИСАД
20 Февраля 2019, 09:46
Башҡортостанда республиканың 100 йыллығына 6 миллион һумға сувенир продукцияһы һатып алалар
Башҡортостан Республикаһы ойошторолоуҙың 100 йыллығын байрам итеүгә саҡырылған ҡунаҡтар өсөн дөйөм суммаһы 6 миллион һумлыҡ сувенир продукцияһына заказ бирәләр.
Башҡортостан Республикаһы ойошторолоуҙың 100 йыллығын байрам итеүгә саҡырылған ҡунаҡтар өсөн дөйөм суммаһы 6 миллион һумлыҡ сувенир продукцияһына заказ бирәләр. Тейешле дәүләт һатып алыуы Башҡортостан Республикаһының Хужалыҡ идаралығынан рәсми сайтта баҫылған.
Юғарыла әйтелгән аҡсаға 95 мәғлүмәт плакаты, 1 мең блокнот, саҡырыу ҡағыҙҙары, исемле карточкалар, алтын декорациялар менән көмөш ручкалар, республика гербы һәм «1919-2019» логотибы менән 200 күн һәм 800 яһалма күн портфель әҙерләү күҙаллана.
Аукцион 11 мартҡа иғлан ителгән. Республиканың 100 йыллығын байрам итеү 2019 йылдың март аҙағына билдәләнгән.
Читайте нас
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"