Беҙҙең Ҡыйғы
-5 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ИҠТИСАД
13 Март 2019, 16:57

Башҡорт балы, Шүлгәнташ һәм «Терра Башҡортостан» милли бренд дипломдарын алды

Мәскәүҙә Башҡортостан «Интурмаркет» халыҡ-ара күргәҙмәһендә төбәктең туризм мөмкинлектәре менән таныштыра. Республика делегацияһы стендты тирмә рәүешендә ҡуйған, унда теләгән һәр кемде башҡорт балы, сәй менән һыйлайҙар һәм Рәсәй төбәгенең тәжрибәле туристы нимә менән таң ҡалдыра алыуы хаҡында һөйләйҙәр.

Халыҡ-ара күргәҙмәнең тәүге көнөндә Милли туристик брендтар рейтингы-2018 еңеүселәрен бүләкләнеләр. Башҡорт балы, Шүлгәнташ ҡурсаулығы һәм «Терра Башҡортостан» бренды дипломдар алды.
«Шулай уҡ Башҡортостандың Эшҡыуарлыҡ һәм туризм буйынса дәүләт комитеты һәм Ленинград өлкәһенең Туризм буйынса комитеты араһында туризм өлкәһендә хеҙмәттәшлек тураһында килешеүгә ҡул ҡуйылды», — тип белдерҙеләр профилле ведомствола.
Читайте нас: