Башҡортостанстат мәғлүмәттәре буйынса, 2019 йылдың февралендә республикала инфляция – 0,5%, ә йыл башынан 1,4% тәшкил иткән.
Белгестәр билдәләүенсә, уҙған йылдың ошо уҡ осоронда ҡулланыу хаҡтары индексы түбәнерәк булған. Атап әйткәндә, аҙыҡ-түлек тауарҙары – 1,8%, ризыҡ булмаған тауарҙар 1,3% артҡан, хеҙмәттәр 0,9% ҡиммәтләнгән.
Шуға ярашлы үҫеш, 2018 йылдың феврале менән сағыштырғанда, уртаса 0,8%, 0,3% һәм 0,02% тәшкил иткән.