Беҙҙең Ҡыйғы
-12 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
ИҠТИСАД
19 Март 2019, 18:13

ФИРМА БИЛДӘҺЕ АҪТЫНДА

Ҡыйғы продукцияһы “Башҡортостан продукты” тамғаһына лайыҡ булды

Ошо көндәрҙә Башҡортостан Республикаһының сауҙа һәм ҡулланыусылар хоҡуҡтарын яҡлау буйынса дәүләт комитеты “Ҡыйғы” ҡулланыусылар кооперативы продукцияһына “Башҡортостан продукты” тамғаһы бирелеүе хаҡындағы дипломды кооперативтың етәксеһе И. Федороваға (һүрәттә) тапшырҙы, уны ҡулланыу хоҡуғы – 2021 йылдың 13 декабренә саҡлы. Кооператив сығарған продукция сифат сертификацияһын үткән һәм “Башҡортостан продукцияһы” тамғаһы аҫтында һатыуға сығасаҡ, хәҙер ҡулланыусылар фальсификат тауар һатып алмауҙарына ышана ала. “Бирелгән документ беҙҙең кооператив етештереп һатҡан аҙыҡ-түлек компоненттары сифатында тулыһынса беҙҙең республикала етештерелгән сеймал ҡулланылыуын раҫлай. Мәҫәлән, икмәк, ҡалас һәм кондитер ризыҡтарында беҙ Туймазы ҡалаһы предприятиеһы онон, “Шишмә” заводы шәкәрен ҡулланабыҙ, үҙебеҙҙең районда үҫкән ҡомалаҡты йыябыҙ,” – тип һөйләй И. Федорова. “Стартап” программаһында ҡатнашып, “Ҡыйғы” кооперативы быйыл ҡулланыусыларҙы үҙенең яңылыҡтары менән һөйөндөрҙө. Яңы ҡорамалдар һатып алынған, кафетерий бинаһы ремонтланған һәм уның базаһында пиццерия асылған. Бында йәш ашнаҡсы Эльза Әсфәндиәрова, бармен Ришат Сибәғәтуллин, товаровед Ринат Саттаров уңышлы эшләп йөрөй. Ҡыйғы пиццаһы ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә популярлыҡ яулап өлгөрҙө, уны өйгә килтереп биреүгә заказ яһарға, матур ҡапта килеп тә алырға мөмкин. Әйтеп китергә кәрәк, Ирина Васил ҡыҙы коллектив менән уңышлы етәкселек итеп кенә ҡалмай, яңы хеҙмәткәрҙәр өсөн эш урындары ла аса.


Л. Саҙретдинова. Автор фотоһы.

Читайте нас: