Беҙҙең Ҡыйғы
-5 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
ИҠТИСАД
21 Март 2019, 16:36

Республикала Саҡмағош һөт заводы бөлгөнлөк хәүефенән ҡотолдо

Башҡортостандың Арбитраж суды һалым хеҙмәтенең «Саҡмағош һөт заводы» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтен банкрот тип таныу тураһында ғаризаһын ҡараманы — компания бурыстарын түләп бөттө, тиелә суд ҡарарында.

Башҡортостандың Арбитраж суды һалым хеҙмәтенең «Саҡмағош һөт заводы» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтен банкрот тип таныу тураһында ғаризаһын ҡараманы — компания бурыстарын түләп бөттө, тиелә суд ҡарарында. Федераль һалым хеҙмәтенең 30-сы район-ара инспекцияһы февралдә 54 миллион һумға яҡын дәғүә талаптары суммаһы менән арбитражға мөрәжәғәт иткәйне.
«Край курая» бренды аҫтында продукция сығарған «Саҡмағош һөт заводы» «Башмилк» агрохолдингына инә. Агрохолдинг Баҡалы районы биләмәһендә 10 мең башҡа тауар-һөт фермаһын төҙөү тураһында республика менән инвестиция килешеүе төҙөгән. Инвестицияларҙың яҡынса күләме — 9-12 миллиард һум, яңы эш урындары — 300, проектты тормошҡа ашырыу ваҡыты – 2020-2022 йылдар.
2011-2015 йылдарҙа һөт заводында 620 миллион һумға производствоны яңыртыу буйынса инвестиция проекты ғәмәлгә ашырылды.
Читайте нас: