Беҙҙең Ҡыйғы
+1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ИҠТИСАД
26 Март 2019, 17:30

“Бизнесты үҫтереү өсөн потенциал бар”

Эшҡыуарлыҡты үҫтереү буйынса район семинары үтте.

Бөгөн кесе һәм урта эшҡыуарлыҡ райондың социаль- иҡтисади тормошонда мөһим роль уйнай, бюджетты тулыландырырға ярҙам итә. Райондағы эшҡыуарлыҡ торошо, уның проблемалары һәм киләсәге тураһында район хакимиәте башлығы Ш. Мөхәмәтдинов сығыш яһаны.
– Беҙҙең районда 374 кесе эшҡыуарлыҡ субъекты, шул иҫәптән 9 кесе предприятие, 71 микропредприятие һәм 294 шәхси эшҡыуар теркәлгән, – тип билдәләне Шамил Радил улы.
– 2017 йыл менән сағыштырғанда, кесе эшҡыуарлыҡ субъекттары 17-гә кәмегән. Кесе һәм урта эшҡыуарлыҡ өлкәһендә 1029 кеше эшләй. Кесе бизнес иҡтисадтың етештереү һәм эшкәртеү өлкәһендә халыҡҡа хеҙмәттәр күрһәтеү күләмен арттыра. Әлеге ваҡытта 7 пекарня, кондитер изделиелар етештереү буйынса 2 цех, мал һуйыу һәм ит һатыу буйынса ит комбинаты эшләй. Районда төҙөлөш материалдары етештереүсе предприятиелар бар: “Нефтегазстройсервис” ЯСЙ-һы – стена блоктары, “Кристалл” ЯСЙ-һы – йылылыҡ блоктары, ШЭ Әхмәтов Р.Ф. – тротуар һәм гипс плиткалар, ШЭ Сабирйәнов Р.Р. – арболит блоктар, ШЭ Гергель Р.В. өй комплекттары һәм профнастил әҙерләп сығара. Бер еңел сәнәғәт предприятиеһы иҫәпләнә – “Ҡыйғы тегеү фабрикаһы” ЯСЙ-һы РФ Оборона министрлығы өсөн әйберҙәр тегеүҙе бойомға ашыра.
2018 йылда кесе бизнесҡа 2145,021 мең һумлыҡ финанс ярҙам күрһәтелгән, ошоноң 600 мең һумы – муниципаль район бюджеты аҡсаһы иҫәбенә; 1545,021 мең һумы – республика бюджеты иҫәбенә. Финанс ярҙамды барлығы 7 кесе эшҡыуарлыҡ субъекты алған. Кесе эшҡыуарлыҡ субъекттары эшмәкәрлегенән урындағы бюджетҡа дөйөм һалымдарҙың 26,6 проценты йә иһә 18,9 миллион һум аҡса кергән (2017 йылдың ярашлы осоро менән сағыштырғанда, 4 процентҡа артҡан). Бөгөн сауҙа тармағы структураһында 140 сауҙа предприятиеһы, 67 дөйөм туҡланыу предприятиеһы (шул иҫәптән социаль өлкәнең туҡланыу предприятиелары, дауахана, балалар баҡсалары, приют ҡарамағындағы туҡланыу блоктары), 1 ауыл хужалығы баҙары иҫәпләнә. Шамил Радил улы 3 ағас эшкәртеү предприятиеһында яңы эш урындары асыласағын хәбәр итте. “Районда кесе эшҡыуарлыҡты үҫтереүгә 2019 йылда 3,5 миллион һум бүленәсәк,” – тип билдәләне район хакимиәте башлығы.
Артабан Федераль һалым хеҙмәтенең 2-се район-ара инспекцияһы камераль тикшереүҙәр бүлеге белгесе Г. Сәлимгәрәева кесе һәм урта бизнес субъекттары реестрын алып барыу тәртибе тураһында һөйләне. Район эшҡыуарҙары хоҡуҡтарын яҡлау буйынса вәкилдең ижтимағи ярҙамсыһы, юрист Р. Мөхәмәтйәнов эшҡыуарҙарҙың хоҡуҡтарын яҡлау буйынса дөйөм мәсьәләләрҙе яҡтыртты.
БР Экология һәм тәбиғәтте файҙаланыу министрлығының Мәсәғүт территориаль комитеты әйҙәүсе белгес-эксперты А. Емалетдинов ҡаты коммуналь ҡалдыҡтар менән эш итеү буйынса реформаны бойомға ашырыуҙағы проблемалар тураһында бәйән итте. Ул шулай уҡ үҙ биналарын газ йә иһә утын менән йылытыусы эшҡыуарҙарға Федераль тәбиғәтте файҙаланыуҙы күҙәтеү хеҙмәте сайтында тәбиғәтте файҙаланыусы модулендә теркәлергә кәрәклеге тураһында иҫкәртте. Район ветеринария станцияһы начальнигы Р. Моратшин малсылыҡ продукцияһын етештереү, эшкәртеү һәм һатыу менән шөғөлләнгән эшҡыуарҙарҙың “Меркурий” системаһында теркәлергә тейешлеген һөйләп үтте.

Читайте нас: