Беҙҙең Ҡыйғы
+10 °С
Дождь
ИҠТИСАД
26 Марта 2019, 12:58

– Мин эшҡыуар. Ағас әҙерләү өсөн урманда участка алдым.

Диләнкәгә ауыл хужалығы ерҙәре аша ғына үтергә мөмкин. Уларға зыян яһамайынса, әҙерләнгән ағасты миңә нисек ташырға?

– Мин эшҡыуар. Ағас әҙерләү өсөн урманда участка алдым. Диләнкәгә ауыл хужалығы ерҙәре аша ғына үтергә мөмкин. Уларға зыян яһамайынса, әҙерләнгән ағасты миңә нисек ташырға?
Был һорауға Россельхознадзорҙың БР буйынса идаралығы дәүләт ер күҙәтеүе бүлеге дәүләт инспекторы Сулпан Әсләм улы Гәрәев яуап бирә:
– Ауыр техника менән ауыл хужалығы ерҙәре аша ағас ташығанда, ауыл хужалығы тәғәйенләнешендәге ерҙәрҙең тупрағын тығыҙлап, ер закондарын боҙорға мөмкин. Бындай боҙоу өсөн РФ-ның Административ хоҡуҡ боҙоуҙар тураһында кодексының 8.7 статьяһының 2-се өлөшөндә яуаплылыҡ ҡаралған: граждандарға – 20 меңдән 50 мең һумғаса; вазифалы кешеләргә – 50–100 мең һум; юридик берәмектәргә 400–700 мең һум административ штраф һалына.
Бындай административ боҙоуға юл ҡуймаҫ һәм административ яуаплылыҡҡа тарттырылмаҫ өсөн, эштәрҙе хужалыҡ эсе юлдарын файҙаланып (ауыл хужалығы ерҙәренең хужаһы менән килешеү буйынса), яҙғы һәм көҙгө юл өҙөклөгө осоронан башҡа ваҡытта бойомға ашырырға кәрәк.
Эштәрҙе башлар алдынан ауыл хужалығы тәғәйенләнешендәге ер участкаһының хужаһын асыҡларға кәрәк. Бындай мәғлүмәтте муниципаль райондың милекселеккә идара итеү буйынса комитетында алырға мөмкин. Ер участкаһы тураһында тулы мәғлүмәт (кадастр номеры, майҙаны, урыны, ерҙең категорияһы, рөхсәт ителгән файҙаланыу төрө, теркәлгән хоҡуҡ, сикләүҙәр тураһында мәғлүмәт һ.б.) алыу өсөн Росреестрҙың төбәк идаралығы урындағы бүлегенә мөрәжәғәт итергә кәрәк. Йә иһә “Росреестрҙың федераль кадастр палатаһы” федераль дәүләт бюджет учреждениеһы сайтында урынлаштырылған Асыҡ кадастр картаһын файҙаланырға мөмкин. Ошондай мәғлүмәткә эйә булып һәм РФ Ер кодексының 23, 39.23 статьялары положениеларын файҙаланып, ер участкаһы хужаһы менән сит ер участкаһын сикле файҙаланыу хоҡуғы (сервитут) тураһында килешеү төҙөргә кәрәк. Ауыл хужалығы тауарҙарын етештереүсегә зыян яһалғанда (мәҫәлән, сәсеүлектәр юҡ ителһә) зыянды, шул иҫәптән юғалтылған файҙаны ҡаплау күләмен билдәләү зарур.
Әгәр үрҙә аталғандарҙың барыһы ла үтәлмәһә, ауыл хужалығы тәғәйенләнешендәге ер участкаһының хужаһы йә иһә уны ҡуртымға алыусы мөрәжәғәте буйынса дәүләт ер күҙәтеүен бойомға ашырыусы орган тарафынан ер закондарын боҙоусыға ҡарата административ саралар күреләсәк.

Читайте нас