Беҙҙең Ҡыйғы
-2 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
ИҠТИСАД
27 Март 2019, 13:29

Башҡортостанда «Сүп-сар реформаһы»: контейнерҙар етмәй, халыҡ түләүгә бәйле хәлгә төшөнә алмай

Төбәк операторҙары сүп-сар контейнерҙары һәм уларға майҙансыҡтар етмәүгә зарлана. Контейнерҙар ҡуйғанда ла бәхәстәр тыуа. Халыҡ сүп-сар йыйыу өсөн майҙансыҡтың йорт эргәһендә булыуын теләмәй, ҡалдыҡтарҙы ташлау өсөн дә йыраҡҡа йөрөүҙән баш тарта.

Төбәк операторҙары сүп-сар контейнерҙары һәм уларға майҙансыҡтар етмәүгә зарлана. Контейнерҙар ҡуйғанда ла бәхәстәр тыуа. Халыҡ сүп-сар йыйыу өсөн майҙансыҡтың йорт эргәһендә булыуын теләмәй, ҡалдыҡтарҙы ташлау өсөн дә йыраҡҡа йөрөүҙән баш тарта. Ҡаты коммуналь ҡалдыҡтар менән эш итеү тармағы реформаһына арналған түңәрәк өҫтәлдә ошо мәсьәләләр тураһында һүҙ барҙы. Сара «Берҙәм Рәсәй»ҙең төбәк йәмәғәт ҡабул итеү бүлмәһендә уҙҙы.
Башҡортостандың экология министры урынбаҫары Нияз Фазылов һүҙҙәренсә, Башҡортостан биләмәһендә 14 мең контейнер майҙансығы әҙерләнгән, 25 мең контейнер ҡуйылған. Ләкин был ғына етмәй. Тағы ла шунса ҡуйырға, ә төҙөлөш һәм ҙур габаритлы сүп-сар өсөн махсус майҙансыҡтар төҙөргә кәрәк. Әммә контейнерҙарҙы кем һәм ниндәй бюджет һатып алырға тейеш — был һорау ҙа асыҡ ҡала.
Яңы йорттарҙа хәл бик ҡатмарлы: төҙөлөш тамамланмаһа ла, файҙаланыуға тапшырылған фатирҙар бар. Ә идара итеүсе компаниялар уларҙы хеҙмәтләндерергә риза түгел. Онлайн-режимда проблемаларҙы тикшереүгә «Берҙәм Рәсәй»ҙең республика район-ҡалаларындағы бүлексәләре ҡушылды. Халыҡ власть вәкилдәренә һәм төбәк операторҙарына үҙҙәрен ҡыҙыҡһындырған һорауҙарын бирҙе. Төп мәсьәләләр ҡаты коммуналь ҡалдыҡтар йыйыу һәм сығарыу өсөн түләүҙәргә ҡағылды.
«Таҙа ил» партия проектының Башҡортостандағы координаторы Әлфәрис Байсурин һүҙҙәренсә, түләүселәрҙең мәғлүмәттәр базаһы иҫке булыуы сәбәпле ошондай ризаһыҙлыҡтар тыуа. Шуға хәҙер Росреестр һәм Федераль миграция хеҙмәте идаралығы менән берлектә дөрөҫ база әҙерләү бурысы ҡуйылған.
Дәүләт Думаһы Павел Качкаев бөтә һорауҙарҙы тикшерергә һәм закон сығарыу башланғыстарын әҙерләргә кәрәклеген билдәләне. Халыҡтың мөрәжәғәттәре эш режимында ҡабул ителә.
Партияның төбәк йәмәғәт ҡабул итеү етәксеһе, Башҡортостан парламенты вице-спикеры Эльвира Айытҡолова төбәк операторҙарына граждандарҙы ҡабул итеү өсөн «Берҙәм Рәсәй» майҙансығын файҙаланырға тәҡдим итте.
Башҡортостанда «сүп-сар реформаһы»ның башланыуына арналған түңәрәк өҫтәлдә Дөйөм Рәсәй халыҡ фронты вәкилдәре апрель башында Башҡортостанда сүп-сар коллапсы барлыҡҡа килеү ихтималлығын белдерҙе.
Читайте нас: