Беҙҙең Ҡыйғы
-9 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ИҠТИСАД
27 Март 2019, 13:32

Республикала апрелдә ауыр йөк ташыған машиналарҙың хәрәкәте сикләнә

Башҡортостанда апрелдә төбәк һәм муниципаль-ара трассаларҙа ауыр йөк ташыған машиналарҙың хәрәкәте сикләнә. Яҙ һайын юлдарҙы һаҡлау өсөн ошондай саралар күрелә.

Башҡортостанда апрелдә төбәк һәм муниципаль-ара трассаларҙа ауыр йөк ташыған машиналарҙың хәрәкәте сикләнә. Яҙ һайын юлдарҙы һаҡлау өсөн ошондай саралар күрелә. Ауыр йөк тейәгән машиналар аҡса түләргә тейеш, ул Юл фондына ебәрелә.
Ваҡытлыса сикләү пассажир автобустарына, аҙыҡ-түлек, хайуандар, ҡотҡарыусылар, юл хеҙмәттәре, ауыл хужалығы техникаһын ташыуға ҡағылмай.
Шулай уҡ 1 июндән 31 авгусҡаса асфальт юлдарҙа ауыр йөк машиналары өсөн хәрәкәт сикләнә: ныҡ эҫелә япма йомшара. Һауа температураһы 32 градустан юғары күтәрелһә, ауыр йөк машиналары киске сәғәт 10-дан иртәнге 10-ға тиклем йөрөй ала.
Читайте нас: