Беҙҙең Ҡыйғы
-3 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
ИҠТИСАД
28 Март 2019, 16:14

Башҡортостан парламентарийҙары газондағы парковка өсөн штраф индергән законды эшләп бөтөргә ҡушты

Бөгөн, 28 мартта, Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы депутаттары Административ хоҡуҡ боҙоуҙар тураһында кодексҡа газондарҙа, балалар һәм спорт майҙансыҡтарында автомобилдәрен ҡалдырып киткән кешеләр өсөн штраф индергән өҫтәмәләрҙе ҡараны.

Бөгөн, 28 мартта, Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы депутаттары Административ хоҡуҡ боҙоуҙар тураһында кодексҡа газондарҙа, балалар һәм спорт майҙансыҡтарында автомобилдәрен ҡалдырып киткән кешеләр өсөн штраф индергән өҫтәмәләрҙе ҡараны. Оҙаҡ фекер алышҡандан һуң закон тәүге уҡыуҙа ғына ҡабул ителде. Ҡайһы бер парламентарийҙар законды ҡабул итер алдынан газондар һәм йәшелләндерелгән биләмәләрҙең аныҡ төшөнсәләрен, муниципалитеттарҙың газондарҙы тәртипкә килтереү өсөн яуаплылығын билдәләргә кәрәклеген әйтте. Физик һәм юридик берәмектәр өсөн штрафтың күләме буйынса бер нисә һорау бар.
«Ошо законды ҡабул итеү менән беҙ муниципалитеттарға ғәмһеҙ водителдәрҙе язаға тарттырыу мөмкинлеген бирәбеҙ, ләкин улар республикала парковкалар булдырыу менән дә шөғөлләнергә тейеш. Райондарҙағы административ комиссияларға протокол төҙөү һәм штраф яҙыу бурысы йөкмәтелә, газондарҙа, балалар һәм спорт майҙансыҡтарында автомобилдәр ҡалдырып китеү осраҡтарына шаһит булған кешеләр ҙә унда ялыу менән мөрәжәғәт итә ала», — тине парламенттың дәүләт төҙөлөшө, хоҡуҡ тәртибе һәм суд мәсьәләләре буйынса комитеты рәйесе Владимир Нагорный.
Дәүләт Йыйылышында Башҡортостан прокуратураһы вәкиле Руслан Исмәғилев һүҙҙәренсә, газондар һәм йәшел биләмәләр төшөнсәләре муниципалитеттарҙы төҙөкләндереү ҡағиҙәләрендә күптән билдәләнгән һәм хәҙер газондарҙа рөхсәтһеҙ парковка өсөн штраф индереү төбәктәр компетенцияһына инә. Фекер алышыуға йомғаҡ яһап, парламент спикеры Константин Толкачев дискуссия законды эшләп еткереү кәрәклеген күрһәтеүен билдәләне. Ул апрелдә Дәүләт Йыйылышының киләһе пленар ултырышында уҡ ҡаралырға тейеш.
Читайте нас: