Беҙҙең Ҡыйғы
-5 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ИҠТИСАД
29 Март 2019, 18:00

ТҮЛӘҮ КЕМГӘ ТЕЙЕШЛЕ?

Беренсе бала тыуғанда бер тапҡыр бирелә торған социаль түләүҙе биреү тәртибе үҙгәргән.

Бөгөнгө көнгә районда тәүге балалары донъяға килгән 18 йәш ғаилә 300 мең һум күләмендә аҡса алыуға сертификат юллаған. Йәнә лә 31 ғаилә ғариза менән мөрәжәғәт иткән. Улар был социаль түләүҙе торлаҡ проблемаларын хәл итеү өсөн тотона ала.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, Башҡортостан Республикаһында демографик хәлде яҡшыртыу маҡсатында БР Хөкүмәте 2017 йылдың 18 апрелендә 165-се “Беренсе бала тыуғанда ғаиләгә бер тапҡыр социаль түләү биреү тәртибен раҫлау тураһында” Ҡарар сығарғайны (артабанғы үҙгәрештәр менән).
БР территорияһында даими йәшәүсе, ғаилә ағзалары РФ граждандары булып торған ғаилә социаль түләүҙе алыу хоҡуғына эйә. Шарттар:
а) ғаиләлә беренсе бала 2017 йылдың 1 ғинуарынан алып 2019 йылдың 1 ғинуарына тиклем осорҙа тыуған булырға тейеш;
б) ата-әсәнең йәше бала тыуыу мәленә 35 йәштән артмаған булырға тейеш;
в) ғаиләнең, торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға мохтаж булараҡ, иҫәптә тороуы мотлаҡ. 300 мең һум күләмендәге аҡсаны ошо йылдың 1 июленә тиклем документтарын тапшырған ғаиләләр аласаҡ. 2019 йылдың 1 ғинуарынан һуң тыуған балалар был программаға инмәй.
Документтар ҡабул итеүҙе һәм сертификаттар биреүҙе Торлаҡ программаларын бойомға ашырыу буйынса идаралыҡ башҡара. Йәш ғаиләләр ғаризаларын һәм документтарын Өфө ҡалаһы, Достоевский урамы, 101 адресы буйынса йә иһә күп функциялы үҙәк аша тапшыра ала. Идаралыҡҡа документтар тапшырғанда урындағы үҙидара органы биргән документ – ғаилә ағзаларының РФ Торлаҡ кодексының 51-се статьяһына ярашлы торлаҡҡа мохтажлығын раҫлаусы белешмә талап ителә.
С. Исмәғилева әҙерләне.


Читайте нас: