Беҙҙең Ҡыйғы
-1 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
ИҠТИСАД
29 Март 2019, 17:55

ЯҘҒЫ ДАУАЛАУ-ПРОФИЛАКТИК ЭШТӘР БАШЛАНА

Малдарҙы ҡышлатыу тамамлана. Был осорҙа һыйырҙарҙың продуктлылығы кәмеүенә юл ҡуймау мөһим булып тора.

Рационды баланслау өсөн аҙыҡ өҫтәмәләрен һатып алырға кәрәк. Малдарҙы тулы ҡиммәтле ашатыу ойошторолған хужалыҡтарҙа һауым да юғарыраҡ. Мәҫәлән, “Әй” АПК-һы – һәр һыйырҙан 10,3 кг, “Төньяҡ-Көнсығыш” АП-һы ЯСЙ-һы – 9,7 кг, “С.А. Нотфуллин” КФХ-һы 10 кг һөт һауып ала. Шул уҡ ваҡытта наҡыҫ туҡландырыу арҡаһында Тимирязев исемендәге АПК-ла һауым ни бары 3,4 кг, “Ғаилә фермаһы” АП-һы ЯСЙ-һында 4,2 кг тәшкил итә.
Фермалағы көндәлек эштәрҙән тыш, хеҙмәтсәндәр малдарҙы көтөүлектәргә күсерер алдынан зоотехник, дауалау-профилактик саралар үткәрергә әҙерләнә.
Ф. Ахунов, “Ауыл хужалығы бүлеге” муниципаль бюджет учреждениеһы баш зоотехнигы.

Читайте нас: