4 апрелдә Өфөлә йәштәр өсөн һөнәрҙәр йәрминкәһе була, тип хәбәр иттеләр «Башинформ» агентлығына ҡаланың Халыҡ мәшғүллеге үҙәгендә.
Йәштәргә тәҡдим ителгән эш урындары араһында — администратор, инженер, водитель, тәрбиәсе, йөк тейәүсе, диспетчер, кондуктор, консультант, контролер, менеджер, курьер, шәфҡәт туташы, официант, анкетёр, оператор, ашнаҡсы, һатыусы, электрик һәм башҡа һөнәрҙәр.
Ғәҙәттәгесә, йәрминкәгә килеүселәргә мәшғүллек өлкәһендәге дәүләт хеҙмәттәре күрһәтеү, шул иҫәптән компьютер диагностикаһы, һөнәри йүнәлеш, һөнәри белем биреү, мәшғүллектең хоҡуҡи мәсьәләләре буйынса консультациялар биреү ҡаралған.
Уҙғарыу урыны һәм ваҡыты – Ибраһимов бульвары, 47/1, иртәнге сәғәт 10-дан 12-гә тиклем.
Бөтә хеҙмәттәр ҙә бушлай.