Беҙҙең Ҡыйғы
-11 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
ИҠТИСАД
4 Апрель 2019, 14:06

Олег Полстовалов: Ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министрлығының күпселек хеҙмәткәрҙәре — намыҫлы һәм тәртипле кешеләр

Башҡортостан Ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министрлығының күпселек хеҙмәткәрҙәре — намыҫлы һәм тәртипле кешеләр.Ошо хаҡта министр вазифаһын башҡарыусы Олег Полстовалов «Йәмәғәт электрон гәзите»нең онлайн-конференцияһы барышында белдерҙе.

Башҡортостан Ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министрлығының күпселек хеҙмәткәрҙәре — намыҫлы һәм тәртипле кешеләр.Ошо хаҡта министр вазифаһын башҡарыусы Олег Полстовалов «Йәмәғәт электрон гәзите»нең онлайн-конференцияһы барышында белдерҙе.
«Айырым хеҙмәткәрҙәр буйынса һорауҙар бар, кем менәндер хушлашырбыҙ, ҡайһыларын тәфтишселәр тикшерер, ләкин хеҙмәткәрҙәрҙең күпселеге намыҫлы һәм тәртипле кешеләр, — тине Полстовалов. — Коррупция — сәбәп түгел, ә һөҙөмтә. Дәүләт хеҙмәткәренең үҙен намыҫлы тотоуы коррупция күренештәренә юл ҡуймай. Кешеләрҙе шуға өйрәтергә кәрәк. Әйҙәгеҙ, намыҫлы, закон буйынса эшләйек. Барыһы ла бик ябай: әгәр һин законға ярашлы эшләйһең икән, бер нимәнән дә ҡурҡырға кәрәкмәй. Әгәр кеше законды урап үтергә маташһа, хәүеф зонаһына эләгә һәм бөгөн минән элек эшләгән етәксе кеүек хәлгә төшә».
Экс-министр Евгений Гурьевтың ҡулға алыныуына аңлатма биреп, Олег Полстовалов бының «коррупция күренештәре, дәүләт милкен законһыҙ тартып алыу, уның бөтөн көйө һаҡланыуы мәсьәләләрендә социаль ғәҙеллекте тергеҙеү элементы» булыуын билдәләне. Уның һүҙҙәренсә, хоҡуҡ боҙоуҙарҙың күпселек өлөшө буйынса мәсьәләләр гражданлыҡ-хоҡуҡи яҡтан ҡарала.
«Енәйәти яҡтан да фигуранттар булыр әле тип уйлайым, — тине ул. — Ләкин фамилияларҙы тәфтишселәр әйтер. Беҙҙең бурысыбыҙ — киләсәктә тәртип боҙоуҙарға юл ҡуймау».
Министр вазифаһын башҡарыусы әйтеүенсә, ошо факттар прокурор тикшереүе барышында билдәле булған. Бынан тыш, министрлыҡтың башҡа хеҙмәткәрҙәренә ҡарата ла прокурор күрһәтмәһе бар.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 3 апрелдә Башҡортостан Хөкүмәтенең элекке вице-премьеры Евгений Гурьев 2019 йылдың 20 майына тиклем һаҡ аҫтына алынды. Экс-министр ер участкаларын һатҡанда вазифа вәкәләттәрен арттырып үтәүҙә ғәйепләнә
Читайте нас: