Беҙҙең Ҡыйғы
-15 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
ИҠТИСАД
9 Апрель 2019, 16:55

Радий Хәбиров: Ҡала-ауылдарыбыҙҙа тормошто яҡшыртыу өсөн 175 миллиард һум йүнәлтәбеҙ

Алдағы алты йылда Башҡортостан ҡалаларында һәм ауылдарында тормошто яҡшыртыуға 175 миллиард һум йүнәлтелә. 9 апрелдә Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай ултырышында республика Хөкүмәтенең 2018 йылдағы эшмәкәрлеге тураһында отчет менән сығыш яһағанда ошо хаҡта белдерҙе.

Шуның 130 миллиарды — федераль һәм республика бюджеттары аҡсаһы, 45 миллиарды — бюджеттан тыш сығанаҡтар.
«Был аҡсалар быйылдан уҡ эшләй башлай. Кешеләр үҙҙәренең тормошондағы яҡшы үҙгәрештәрҙе тойор тип ышанам», — тине Хәбиров.
Башҡортостан Республикаһы Конституцияһының 87-се статьяһына ярашлы, йыл һайын республика Хөкүмәтенең эшмәкәрлеге тураһында отчет тәҡдим ителә.
Читайте нас: