Беҙҙең Ҡыйғы
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ИҠТИСАД
10 Апрель 2019, 16:12

Moody's агентлығы Башҡортостанды Рәсәйҙең иҡтисади яҡтан уңышлы төбәктәре иҫәбенә индерҙе

Алдағы ике йылда Башҡортостан Рәсәйҙең иҡтисади яҡтан иң уңышлы төбәктәренең береһе буласаҡ. Был хаҡта Moody's рейтинг агентлығы тикшеренеүенә һылтанма менән ТАСС хәбәр итә.

Алдағы ике йылда Башҡортостан Рәсәйҙең иҡтисади яҡтан иң уңышлы төбәктәренең береһе буласаҡ. Был хаҡта Moody's рейтинг агентлығы тикшеренеүенә һылтанма менән ТАСС хәбәр итә. Рейтинг агентлығы аналитиктары фекеренсә, илдең иҡтисади имен субъекттары иҫәбенә Башҡортостан менән бер рәттән Ханты-Манси автономиялы округы һәм Татарстан, шулай уҡ Мәскәү һәм Ленинград өлкәләре ингән.
«Нефткә хаҡтарҙың юғары булыуы һәм һумдың девальвацияһы һөҙөмтәһендә сеймал сығарған төбәктәргә инвестициялар көслө ҡалды. 2019 йылда иҡтисади шарттар үҙгәрмәҫ тип көтәбеҙ», — тип билдәләй аналитиктар.
2018 йылда Башҡортостанда тулайым төбәк продукты 1,5 триллион һумға еткән тиерлек, йәғни бер йыл элекке менән сағыштырғанда, бер процентҡа күберәк. Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай ултырышындағы сығышында республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров ошо турала белдерҙе.
«Сәнәғәттә етештереү күләме 3,4 процентҡа артҡан, был илдәге уртаса күрһәткестәрҙән юғарыраҡ (Рәсәйҙә — 2,9%). Бәләкәй эшҡыуарлыҡ субъекттары һәм ваҡлап сауҙа итеү әйләнеше әүҙемләшкән. Шуға ҡарамаҫтан, иҡтисади үҫеште дауам итеү өсөн нимә эшләргә кәрәклеген аңлау зарур», — тине Хәбиров.
Бынан алда Moody's агентлығы Башҡортостандың оҙайлы кредит рейтингын позитив фараз менән «Ва2» кимәлендә раҫланы.
Читайте нас: