Рәсәйҙәргә айына уртаса 66 мең һум самаһы эш хаҡы алырға кәрәк – лайыҡлы тормош өсөн шул етә. Мәскәүҙәргә бының өсөн 100 мең тирәһе, ә Санкт-Петербургта йәшәүселәргә 91 мең кәрәк. Был хаҡта Рәсәй Хөкүмәте ҡарамағындағы Финанс университеты үткәргән тикшеренеү мәғлүмәттәренә һылтанма менән «Российская газета» баҫмаһы
хәбәр итә.