Бөгөн Ҡырым Республикаһында юбилейлы, V Ялта халыҡ-ара иҡтисади форумы башланды. Ойоштороусылар һүҙҙәренсә, сарала 100 илдән өс меңдән ашыу кеше ҡатнаша. Власть органдары вәкилдәре, эшҡыуарҙар, эксперттар, йәмәғәт эшмәкәрҙәре милли проекттарҙы тормошҡа ашырыу проблемаларын, аҙыҡ-түлек хәүефһеҙлеге, милли валюталарҙа иҫәпләшеүгә күсеү һәм халыҡ-ара хеҙмәттәшлекте киңәйтеү мәсьәләләрен тикшерә.
Быйылғы форумдың төп темаһы — «Донъя. Рәсәй. Ҡырым. Яңы донъяуи ысынбарлыҡ». Бөтәһе 60-лаған сара уҙғарыу ҡаралған, шуларҙың 40-ҡа яҡыны — профилле секциялар. Ялта форумында ҡатнашыусыларға күләмле спорт күргәҙмәһе һәм мәҙәни программа тәҡдим ителә. Форумда тәүге тапҡыр «ТЭФИ-Капитал» премияһын тапшырыу тантанаһы була. Был — Рәсәй телевидениеһы академияһы һәм Ялта халыҡ-ара иҡтисади форумы булдырған яңы телевизион премия. Хәҙер йыл һайын Ялта форумында Ҡырымда эшҡыуарлыҡ үҫешен һәм бизнес-процестарҙы яҡтыртҡан иң яҡшы киң мәғлүмәт сараларын бүләкләү күҙаллана.
Башҡортостан форумда айырым майҙансыҡ итеп күрһәтелгән. Бында гастрономик туризм, фермерҙарға ярҙам итеү һәм кооперацияны үҫтереү мәсьәләләрен тикшереү ҡаралған.
Иртәгә форумдың пленар ултырышында Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбировтың сығыш яһауы көтөлә.