Беҙҙең Ҡыйғы
-9 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
ИҠТИСАД
22 Апрель 2019, 14:08

Өфөлә бензин ҡиммәтләнгән һәм дизель яғыулығы арзанайған

Башҡортостан статистиктары Өфөләге яғыулыҡ ҡойоу станцияларында бензиндың ҡиммәтләнеүе һәм дизель яғыулығының арзанайыуы тураһында мәғлүмәт бирҙе.

Башҡортостан статистиктары Өфөләге яғыулыҡ ҡойоу станцияларында бензиндың ҡиммәтләнеүе һәм дизель яғыулығының арзанайыуы тураһында мәғлүмәт бирҙе.
Һайланма мониторинг мәғлүмәттәренә ярашлы, 8 апрель менән сағыштырғанда, АИ-98 маркалы бензиндың хаҡы 0,4 процентҡа артып, бер литры уртаса 49,25 һумға еткән. Бензиндың башҡа маркаларының хаҡы үҙгәрмәгән. Мәҫәлән, АИ-92 – 41,39 һум, АИ-95 44,34 һум тора.
Шуның менән бергә Өфөлә дизель яғыулығы 0,3 процентҡа арзанайған – бер литры уртаса 46,41 һум.
Мәғлүмәт өсөн. Уҙған йылдың 16 апреле менән сағыштырғанда, Өфөләге яғыулыҡ ҡойоу станцияларында дизель яғыулығының хаҡы 13,4 процентҡа артҡан. Бензиндың бөтә маркалары — 9,1-9,6 процентҡа.
Читайте нас: