-5 °С
Ҡар
«Быйылға билдәләнгән ремонт эштәренең хаҡы — 4,5 миллиард, автомобиль юлдарын һәм яһалма ҡоролмаларҙы ҡарауға сығым 1,3 миллиард һум тәшкил итә», — тине «Урал буйы» юл идаралығының матбуғат секретары Алһыу Бабичева.
«Республиканың Ҡырмыҫҡалы, Стәрлетамаҡ, Мәләүез, Көйөргәҙе райондарында һәм Салауатта алып барылған эштәр юлдың бөтә ҡатламын алмаштырыуҙы, шулай уҡ юл ситен нығытыуҙы, яңы ҡаршылыҡ кәртәһе һәм яҡтыртыу ҡоролмаһы ҡуйыуҙы күҙ уңында тота, — тип өҫтәне ведомство вәкиле. — Япманың туҙған ҡатламын тергеҙеү иҫәбенә Өфө — Ырымбур трассаһының тағы 14 саҡрымын тәртипкә килтереү күҙаллана. Быйылғы юл-төҙөлөш миҙгелендә Р-240 трассаһының биш участкаһында: Мәләүез, Ауырғазы һәм Көйөргәҙе райондарында капиталь ремонт эштәре йәйелдерелә. 2021 йылға тиклем ошо юлдың 35 саҡрымы норматив хәлгә килтерелергә тейеш».