Беҙҙең Ҡыйғы
+2 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
ИҠТИСАД
15 Май 2019, 19:20

Радий Хәбиров: Бөгөн балаларыбыҙҙың күңеле өсөн даими көрәш бара

Бөгөн Өфөлә «Бала саҡ векторы– 2019» Бөтә Рәсәй конгресы үҙ эшен башланы. Унда илдең 85 төбәгенән 700-ҙән ашыу кеше ҡатнаша. Ике көн дауамында улар демографик сәйәсәт, һөҙөмтәле төбәк ғаилә сәйәсәтен булдырыу, ғаилә институтына дәүләт ярҙамы сараларын камиллаштырыу, төбәктәрҙә балалыҡтың заманса инфраструктураһын ойоштороу мәсьәләләрен тикшерә.

Бөгөн Өфөлә «Бала саҡ векторы– 2019» Бөтә Рәсәй конгресы үҙ эшен башланы. Унда илдең 85 төбәгенән 700-ҙән ашыу кеше ҡатнаша. Ике көн дауамында улар демографик сәйәсәт, һөҙөмтәле төбәк ғаилә сәйәсәтен булдырыу, ғаилә институтына дәүләт ярҙамы сараларын камиллаштырыу, төбәктәрҙә балалыҡтың заманса инфраструктураһын ойоштороу мәсьәләләрен тикшерә.
Конгресс барышында Бала хоҡуҡтары буйынса вәкилдәрҙең 16-сы съезы һәм III Ата-әсәләр форумы уҙғарыла. Конгресс эшен асып, Рәсәй Президенты ҡарамағындағы Бала хоҡуҡтары буйынса вәкил Анна Кузнецова Владимир Путиндың сәләмләүен уҡып ишеттерҙе.
«Бала хоҡуҡтары буйынса вәкилдәр институты үҙен бәлиғ булмағандарҙың хоҡуҡтарын яҡлауҙың тәьҫирле механизмы итеп күрһәтте. Рәсәйҙә иғлан ителгән Балалыҡ ун йыллығы сиктәрендә балалыҡты яҡлау миссияһы яңы кимәлгә сыға. Быйылғы форум уңышлы үтер һәм унда илдәге демографияны үҫтереүгә йүнәлтелергә тейешле ҡарарҙар ҡабул итерҙәр тип ышанам», — тип билдәләнә дәүләт башлығының сәләмләүендә.
Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров үҙ сығышында республиканың Рәсәйҙең барлыҡ төбәктәренән Бала хоҡуҡтары буйынса вәкилдәр йыйылған ошондай ҙур форумды тәүгә ҡабул итеүен билдәләне.
«Ун йыл эсендә был институт бик мөһим, көслө, әүҙем органға әүерелде. Хеҙмәтегеҙ өсөн рәхмәт һеҙгә. Беҙҙең илебеҙ бик ҙур, бөгөн тәжрибә алмашыу өсөн уникаль мөмкинлек бар», — тине Радий Хәбиров.
Хәҙер балаларыбыҙ күп кенә өлкәндәрҙән күпкә яҡшыраҡ һәм аҡыллыраҡ, тип билдәләне Башҡортостан етәксеһе. Ләкин, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бөгөн уларға агрессив мәғлүмәт ағымы менән осрашырға тура килә.
«Бала ҡайһы берҙә виртуаль донъяла, социаль селтәрҙә йәшәй. Был — ҙур проблема, агрессив мәғлүмәт яланы буллинг кеүек күренештәр тыуҙыра. Беҙгә шуға ҡаршы көрәшергә кәрәк. Бөгөн балаларыбыҙҙың күңеле һәм башы өсөн даими көрәш бара», — тине төбәк етәксеһе.
Баланың әхлаҡи донъяһы мәктәпте биҙәү сифатына, ундағы стеналарҙың ниндәй булыуына ғына бәйле түгел, тип иҫәпләй Радий Хәбиров.
«Яңы мәктәптәр төҙөрбөҙ, әлбиттә, ләкин бөгөн идеологик эш, ғаиләлә тәрбиә биреү кәрәк, беҙ балаларыбыҙҙың күңеле өсөн көрәшергә тейешбеҙ. Хәҙер балалар сәләмәтерәк була бара тип тә раҫлай алмайбыҙ. Уҡыусыларҙы диспансерлаштырыу һөҙөмтәле булырға тейеш, беҙ медицина тикшереүен йөкмәткелерәк итеү, беренсе этапта баланың теге йәки был сирен асыҡлау өсөн алымдар эҙләйбеҙ», — тине Радий Хәбиров.
Балаларҙың һаулығы йәһәтенән мәктәптә туҡланыуҙы ойоштороу бик мөһим. Байтаҡ етәкселәр ошо өлкәләге аутсорсинг системаһына зарлана. Башҡортостанда шулай уҡ һөт кухняларын тергеҙеү тәжрибәһе башланды, был тәжрибәнең башҡа төбәктәрҙә лә ҡулланылыуы мөмкин.
Радий Хәбиров фекеренсә, бөгөн төп проблема – тыуым.
«Ҡатын-ҡыҙҙар бала тапһын, ғаиләләрҙә балалар күберәк булһын өсөн нисек шарттар булдырыу тураһында төптән уйларға кәрәк. Тыуым һәм күп балалы ғаилә — илебеҙҙең йәшәү нигеҙе. Был мәсьәләне аҡса менән генә хәл итеп булмай. Демографияны яҡшыртыу буйынса өҫтәмә механизмдар өҫтөндә бергәләп уйлау зарур», — тине Радий Хәбиров.
Башҡортостан етәксеһе әйтеүенсә, республикала үҙенсәлекле балаларға ҙур иғтибар бүленә, төбәк «Беҙ үҙебеҙҙекеләрҙе ташламайбыҙ» принцибы буйынса йәшәй, төрлө сәбәптәр буйынса сирле булып тыуған, мөмкинлектәре сикләнгән балалар – Башҡортостандың бер өлөшө.
Читайте нас: