2019 йылдың ғинуар-апрель айҙары йомғаҡтары буйынса, Башҡортостан Волга буйы федераль округы төбәктәре араһында йорттарҙы сафҡа индереү буйынса икенсе урында тора. Беренсе урында – Татарстан, өсөнсөлә – Түбәнге Новгород өлкәһе. Йән башына торлаҡты сафҡа индереү буйынса Башҡортостан өсөнсө урынды биләй, тип хәбәр итә Башҡортостанстат.
Статистика мәғлүмәттәренә ярашлы, 2019 йылдың ғинуар-апрелендә Башҡортостан биләмәһендә финанслауҙың бөтә сығанаҡтары иҫәбенә дөйөм майҙаны 660,5 мең квадрат метрлыҡ 8 318 фатир файҙаланыуға тапшырылған. Был — 2018 йылдың ғинуар-апреленә 134,1%. 1000 кешегә иҫәпләгәндә, 163 квадрат метр торлаҡ сафҡа индерелгән.
Торлаҡ төҙөлөшө структураһына килгәндә, халыҡтың үҙ иҫәбенә һәм кредит ярҙамында төҙөгән торлаҡ өлөшө 64,6% тәшкил иткән (уҙған йылдың ғинуар-апрелендә – 80,4%). Улар дөйөм майҙаны 426,4 мең квадрат метр 3755 шәхси йорт һалған (2018 йылдың ошо уҡ осорона ҡарата 107,6%). Төҙөүселәр — республиканың юридик кешеләре — атап үтелгән осорҙа 234,1 мең квадрат метр торлаҡты сафҡа индергән. Әлеге күрһәткес буйынса 2018 йылдың ошо уҡ осорондағы кимәл 2,4 тапҡырға артҡан.