Беҙҙең Ҡыйғы
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ИҠТИСАД
29 Май 2019, 12:14

Республика Башлығы хакимиәте етәксеһе бер йылда 5 миллион һумға яҡын аҡса эшләгән

Башҡортостан Башлығы хакимиәте етәксеһе Александр Сидякин былтыр 4,9 миллион һум аҡса эшләгән. Уның милкендә ике машина урыны һәм бер йәшәү өсөн тәғәйенләнмәгән бина бар.

Башҡортостан Башлығы хакимиәте етәксеһе Александр Сидякин былтыр 4,9 миллион һум аҡса эшләгән. Уның милкендә ике машина урыны һәм бер йәшәү өсөн тәғәйенләнмәгән бина бар. Уның беренсе урынбаҫары Ринат Бәширов фатирға хужа, ул бер миллион һумдан саҡ ҡына ашыуыраҡ килеме тураһында декларация тапшырған. Бәшировтың хәләл ефете милкендә — Land Rover Range Rover Sport һәм Toyota Corolla автомобилдәре, шулай уҡ машина урыны.
Республика Башлығы хакимиәте етәксеһенең тағы бер урынбаҫары Динир Әхмәтйәновүҙенең декларацияһында 4 миллион һумлыҡ килемен күрһәткән. Ул өлөшләтә милектә фатирға эйә.
Башҡортостандың Йәмәғәт именлеге ведомство-ара советы секретары Алексей Касьянов 2018 йылда 4,8 миллион һум аҡса эшләгән. Уның милкендә Toyota Land Cruiser 150 автомобиле бар. Ирле-ҡатынлы Касьяновтар өс фатирға, бер гараж боксына, ер участкаһына һәм йортҡа эйә. Йәмәғәт именлеге ведомство-ара советы секретарының хәләл ефете 4,9 миллион һумлыҡ, шул иҫәптән мөлкәтте һатыуҙан килгән килемен күрһәткән. Уның Toyota Lexus RX 300 автомобиле лә бар.
28 мартта республика Башлығының Дәүләт-хоҡуҡ идаралығы начальнигы итеп тәғәйенләнгән Азат ҒәлинБашҡортостан Башлығы Хакимиәтендә, мөлкәтте һатыуҙан килгән килемде лә иҫәпкә алып, бөтәһенән дә күберәк аҡса эшләгән. Уның декларацияһында 10,5 миллион һумлыҡ килем, өлөшләтә милектә бер фатир һәм Subaru Forester автомобиле күрһәтелгән.
Читайте нас: