Сауҙа буйынса дәүләт комитеты хеҙмәткәрҙәре һабантуй көндәрендә алкоголь һатыу-һатмауҙы тикшерә башланы, тип хәбәр иттеләр ведомствонан. Республикала 2019 йылдың 30 майынан күмәк халыҡ ҡатнашҡан байрамдарҙа спиртлы эсемлектәр һатыуҙы тыйыу тураһында закон ғәмәлдә.
Әйтәйек, 1 июндә 13 районда һабантуй ойошторолдо. Өфө, Ҡырмыҫҡалы, Благовещен, Илеш, Йылайыр райондарында хәмер һатыу осраҡтары асыҡланды.
Бының өсөн магазин хужалары штраф түләргә тейеш: юридик берәмектәргә — 100 меңдән 300 мең һумға, вазифалы кешеләргә 20 меңдән 40 мең һумға тиклем.
Был шәмбелә, 8 июндә, 34 муниципалитетта һабантуйҙар була, уларҙың һәр береһендә тикшереүҙәр уҙғарыла, тип иҫкә төшөрҙөләр комитетта.