Башҡортостанда диспансер күҙәтеүе барышында йөрәк-ҡан тамырҙары сирҙәрен иртә стадияла асыҡлаған участка табиптарын дәртләндереү программаһы әҙерләнә. Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров Республика кардиология үҙәгендә үткән күсмә «Һаулыҡ һаҡлау сәғәте» йомғаҡтары буйынса Һаулыҡ һаҡлау министрлығына шундай күрһәтмә бирҙе.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 2019 йылдың 1 июленән Башҡортостанда хөкүмәттең табиптарҙы дәртләндереү тураһында ҡарары үҙ көсөнә инә. Пациенттарҙа онкология сирҙәрен иртә стадияла асыҡлаған белгестәргә биш мең һумдан ашыуыраҡ премия түләнә.