Алдағы йылдарҙа инвестор Башҡортостандың Ишембай районында күмәкләп ял итеү зоналары ойошторорға һәм спорт-мәҙәни әһәмиәттәге комплекс төҙөргә ниәтләй. «Инвестиция сәғәте» кәңәшмәһендә республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров менән ошо мәсьәлә тикшерелде.
Беренсе этапта — Ишембай ҡалаһында Тәйрүк күле буйында парк, пляж зонаһы булдырыу, икенсеһендә — ҡаланың саңғы базаһы биләмәһендә тау саңғыһы трассаһы (846 метр) һәм биатлон трассаһы, өсөнсөһөндә Ишембай районының Маҡар ауылы эргәһендә «Патриот» хәрби-патриотик лагеры, «Күк-Ҡарауыҡ» туристик ауылы төҙөү күҙаллана.
«Тәйрүк» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте проектҡа 1,3 миллиард һум йәлеп итергә уйлай. Яҡынса 10-15 йылдан хаҡы сығырға тейеш. Компания сит ил сәйәхәтселәре өсөн туристик юлламалар ойошторорға вәғәҙәләй. Мәскәү партнерҙары менән һөйләшеүҙәр алып барыла.
«Тәйрүк» компанияһы Ишембайҙа 2017 йылда теркәлгән, өс физик берәмек исемендә һәм микропредприятие булып тора.
Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров беренсе этаптың проектын хупланы.