Беҙҙең Ҡыйғы
-1 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
ИҠТИСАД
25 Июнь 2019, 14:16

“2018 йыл өсөн Башҡортостан Республикаһы бюджеты үтәлеше тураһында” Закон ҡабул ителде

2018 йылда республика бюджеты килеме 202,7 миллиард һум тәшкил иткән, 2017 йыл кимәленә ҡарата үҫеш 21%. Ошоноң 162,3 миллиард һумы – һалым һәм һалым булмаған килемдәр.

2018 йылда республика бюджеты килеме 202,7 миллиард һум тәшкил иткән, 2017 йыл кимәленә ҡарата үҫеш 21%. Ошоноң 162,3 миллиард һумы – һалым һәм һалым булмаған килемдәр. 2017 йыл кимәленә ҡарата керем 30,5 миллиард һумға артҡан. Килемдәрҙең артыуы бер тапҡыр башҡарылған түләүҙәргә (17,8 миллиард һум), һалым базаһын арттырыу буйынса күрелгән сараларға, шулай уҡ килемдәргә идара итеү көсәйтелеүенә бәйле.
Һалым һәм һалым булмаған керемдәр структураһы түбәндәгесә: ойошмалар табышына һалым – 43,5%, физик берәмектәр килеменә һалым – 23,0%, акциздар – 11,7%, мөлкәткә һалымдар – 10,4%, дәүләт милке булып торған мөлкәтте файҙаланыуҙан килемдәр – 6,5%.
Түләүһеҙ керем 40,4 миллиард һум булған (2017 йыл кимәленән 13,2 процентҡа юғарыраҡ). Федераль бюджеттан 40,1 миллиард һум ингән (2017 йылдағынан 5,2 миллиард һумға, йәғни 14,8 процентҡа күберәк).
2018 йылда Башҡортостан Республикаһы бюджеты сығымдары 180,0 миллиард һум күләмендә үтәлгән. Был 2017 йылдағынан 24,1 миллиард һумға, йәғни 15,4 процентҡа күберәк.
Республика бюджеты, элекке йылдарҙа кеүек, социаль йүнәлештә булған. Социаль өлкәгә сығым 127,1 миллиард һум йә иһә 70,6% тәшкил иткән. Шул иҫәптән социаль сәйәсәткә – 46,5 миллиард һум (25,9%), мәғарифҡа – 45,2 миллиард һум (25,1%), һаулыҡ һаҡлауға – 19,0 миллиард һум (10,5%), торлаҡ-коммуналь хужалыҡҡа – 6,8 миллиард һум (3,8%), мәҙәниәт, кинематографияға – 5,6 миллиард һум (3,1%), физик культура һәм спортҡа, киң мәғлүмәт сараларына – 3,7 миллиард һум (2,1%), тирә-яҡ мөхитте һаҡлауға 0,3 миллиард һум (0,1%) йүнәлтелгән.
Иҡтисадтың реаль секторын үҫтереүгә сығым 29,4 миллиард һум (16,3%), муниципаль берәмектәр бюджетына дөйөм трансферттар биреүгә – 13,1 миллиард һум (7,3%), милли оборонаға, милли хәүефһеҙлеккә һәм хоҡуҡ һаҡлау эшмәкәрлегенә – 1,0 миллиард һум (0,6%), башҡа сығымдарға 9,4 миллиард һум (5,2%) тәшкил иткән.
Социаль өлкәне үҫтереү, иҡтисад тармаҡтарына ярҙам, инфраструктура проекттарын бойомға ашырыу өлкәһендәге бурыстарҙың төп өлөшө бюджеттың программа өлөшөн үтәү барышында тормошҡа ашырылған. Башҡортостан Республикаһының 29 дәүләт программаһы сиктәрендә бюджет сығымдарының 97,3 проценты финансланған (175,2 миллиард һум).
Читайте нас: