-1 °С
Болотло
«Рәсәй Хөкүмәтенең 2019 йылдың 25 июнендәге 805-се ҡарары менән һөнәрҙәр һәм вазифалар исемлегенең яңы редакцияһы раҫланды. Яңы редакция быға тиклем исемлеккә индерелмәгән үҫемлекселек, малсылыҡ, балыҡсылыҡ һөнәрҙәрен үҙ эсенә ала», — тип билдәләнеләр ведомствола.
«Исемлек хоҡуҡ ҡулланыу тәжрибәһен һәм халыҡтың мөрәжәғәттәрен иҫәпкә алып төҙәтелде. Граждандарҙың пенсия хоҡуҡтарын үтәү маҡсатында яңы нормалар 2019 йылдың 1 ғинуарына барлыҡҡа килгән хоҡуҡ мөнәсәбәттәренә ҡағыла», — тип асыҡлыҡ индерҙе Рәсәйҙең хеҙмәт һәм социаль яҡлау министры Максим Топилин.