-13 °С
Болотло
«Маҡсатлы ориентирҙарҙы тормошҡа ашырыу өсөн республиканың 196 предприятиеһын, шул иҫәптән быйыл 50-һен проектта ҡатнаштырырға кәрәк. Әлеге ваҡытта Башҡортостанда милли проектта 28 ойошма ҡатнаша. Һаҡсыл производство принциптары булған урындарҙа процесс атҡарыу ваҡыты, эшләнеп бөтмәгән күләмдәр, брак кәмегән, етештереү артҡан», — тип Лилиә Мәжитова.
«Беҙ хеҙмәт етештереүсәнлеге тураһында һөйләй башлағанда кешеләр беҙҙе тағы ла күберәк эшләргә ҡушасаҡтар, аҙаҡтан ҡыҫҡартасаҡтар тип уйлай. Беҙ әле бының турала һөйләмәйбеҙ, — тине төбәк етәксеһе. — Хеҙмәт етештереүсәнлеген арттырыу маҡсаты — кешеләрҙе кәрәкмәгән эштән азат итеү. Тап ошо позитив эффект бирәсәк. Бер кем бер кемде лә ҡыҫҡармаясаҡ, киреһенсә предприятелар үҫешәсәк».