Граждандарҙың инициативаһы нигеҙендә килем килтереүсе проекттарҙы тормошҡа ашырыу, ауыл хужалығы ҡулланыусылар кооперативтарын үҫтереү эштәренә Башҡортостан Республикаһы бюджетынан грант биреү буйынса конкурслы һайлап алыуҙың беренсе этабы тамам. Беҙҙең райондан 5 кеше унда ҡатнашырға теләк белдергән. Дүртеһе конкурс этабын уңышлы үтеп сыҡҡан, улар араһында Аҫылғужа ауылынан Артур Хөснөтдинов та бар.
Ул Арыҫлан ауыл Советы ауыл биләмәһенән 11 кешенән торған инициатива төркөмө исеменән сығыш яһаған. Төркөмгә ер участкаһы, ауыл хужалығы техникаһы, эре һәм ваҡ малдары, ҡош-ҡорто булған, яңыраҡ үҙ крәҫтиән-фермер хужалығын асып ебәргән йәш, дәртле кешеләр ингән. Уның проектының йүнәлеше – “Артабан эшкәртеү өсөн һөт йыйыу, әҙерләү, һаҡлау, ташыу, таҙартыу һәм һыуытыу; һөт һәм һөт ризыҡтарын эшкәртеү, фасовкалау, күмәртәләп-ваҡлап һатыу”.
Әлеге көндә Хөснөтдиновтарҙың үҙҙәренең 15 баш һыйыр малы бар, 183 гектар ерҙе ҡуртымға алғандар. Яҡын киләсәктә улар ныҡлап һәр төрлө сорт сыр етештереү менән шөғөлләнергә уйлай. Артур Альберт улы һәм Земфира Сәйфулла ҡыҙы Башҡорт дәүләт аграр университеты эргәһендә был эш буйынса курс үтеп ҡайтҡан, алған белемдәрен өйҙәрендә ғәмәлдә ентекләп һынап ҡарағандар. Хәҙер Ҡолбаҡ ауылында ҡуртымға бина алғандар, бында улар сыр бешереү ҡоролмаһын урынлаштырырға ниәтләй. Кооператив ағзалары дәүләт ярҙамын алғандан һуң тейешле ҡорамалдар һатып алырға һәм, етештерелгән продукцияға сертификация юллап, уны һатыу баҙарына сығарырға йыйына.