Беҙҙең Ҡыйғы
-15 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
ИҠТИСАД
16 Август 2019, 11:41

МОДЕРНИЗАЦИЯ ПРОДУКЦИЯ ЕТЕШТЕРЕҮҘЕ АРТТЫРА

Һөт етештереү һәм һатыу малсылыҡтың рентабелле тармаҡтарының береһе булып тора. “Әй” АПК-һында бер баш һыйыр малынан көнөнә 14 килограмм һөт һауып алалар, тулайым һауым көнөнә 4200 кг тәшкил итә. Хужалыҡтың етәкселеге тармаҡтың эффектлы эшләүен яңы технологиялар, ваҡыт һынауын үткән алымдарҙы ҡулланыу иҫәбенә үҫтерергә тырыша.

Һөт етештереү һәм һатыу малсылыҡтың рентабелле тармаҡтарының береһе булып тора. “Әй” АПК-һында бер баш һыйыр малынан көнөнә 14 килограмм һөт һауып алалар, тулайым һауым көнөнә 4200 кг тәшкил итә. Хужалыҡтың етәкселеге тармаҡтың эффектлы эшләүен яңы технологиялар, ваҡыт һынауын үткән алымдарҙы ҡулланыу иҫәбенә үҫтерергә тырыша.
Һөт етештереү фермаһы эргәһендә ҡыҫҡа ғына арала һыйырҙарҙы йәйге осорҙа аҫрауға тәғәйенләнгән мини-ферма ҡалҡып сыҡҡан. 100 гектар майҙанда электр ҡоймаһы урынлаштырылған. Бында малдарҙы киске һәм төнгө көтөүгә ябалар.
“Байтаҡ ваҡыт беҙҙең малсылар йәйге осор башланһа, 300 баш һауын һыйырҙан торған көтөүҙе Әй йылғаһының һул яҡ ярында урынлашҡан йәйге лагерға ҡыуырға мәжбүр ине. Йыл һайын яҙ көнө һауыу ҡоролмаларын, һөт һыуытҡыстарҙы ҡорорға, көҙ етһә, һүтеп алырға тура килде. Малдар ҙа бындай күсеп йөрөүҙе ауыр кисерә, уларҙың продуктлылығы кәмей торғайны. Малсыларға һәм һауынсыларға ла ҡыйынға тура килде, уларға һауа шарттарының ниндәй булыуына ҡарамаҫтан, көнөнә ике тапҡыр икенсе яҡ ярға паром аша сығырға мәжбүр булды. Фуражды, һауып алынған һөттө ташыуға ла көнөнә байтаҡ сығымдар талап ителә ине,” – тип һөйләй “Әй” АПК-һының баш зоотехнигы Э. Әхйәмова.
Хужалыҡ етәксеһе А. Нотфуллин: “Ҡара-сыбар голштин тоҡомло һыйырҙар оҙаҡ араға ҡыуыуҙы өнәмәй, шуға күрә беҙ күптәнән малсылыҡ фермаһы эргәһендә йәйге лагерь ойоштороуҙы планлаштырғайныҡ. Быйыл был маҡсатҡа өҫтәмә аҡса бүлә алдыҡ. Иҫке һыйыр ҡураһы урынында малдар өсөн япма, һауыу ҡоролмалары урынлаштырылған һауыу залы бинаһын төҙөнөк. Малдар өсөн һыу эсергестәр урынлаштырҙыҡ. Ветеринария табибы И. Әхйәмов даими фермала була, ул һәр малдың торошон ныҡлап тикшерә,” – тип һөйләй.
Электр ҡойманы электрик Ю. Хамматов көйләй. Был ҡоролмаһын һатып алып урынлаштырыу хужалыҡҡа 100 мең һум тирәһенә төшкән. Элекр энергияһы сығымы артыҡ ҙур түгел.
Көндөҙгө ваҡытта малдарҙы ҡарау дүрт көтөүсегә йөкмәтелгән. Р. Ғарипов, А. Ходюк, А. Фәтихов һәм И. Зиннәтуллин үҙ эшен намыҫлы башҡара.
Һыйырҙарҙы 10 һауынсы һауа, уларҙың икәүһе алмаш һауынсы. Барыһы ла тырыш һәм яуаплы. Яңыраҡ 10 тана быҙаулаған. Уларҙы Л. Сәйҙәхмәтова һауынға өйрәтә. Һөт сифатын ферма эргәһендә урынлашҡан һөтсөлөк лабораторияһында лаборант А. Мөхәмәтдинова тикшерә. Ул һәр һауындан һуң аҡһым, һыу миҡдарын, һөттөң ҡуйылығын, әселеген билдәләй, продукцияның ҡуйылығын асыҡлай. Һауыу залын электриктар Р. Фәтихов менән И. Дилмөхәмәтов хеҙмәтләндерә.
Хужалыҡта һөттө һыуытыу өсөн ике һыуытҡыс-танкер бар. Һөт һыуытылғандан һуң “Янғантау” шифаханаһына оҙатыла, уның бер литрын 21 һумдан алалар, ҡуйылыҡ өсөн өҫтәмә түләү бар. Һауыу залы эргәһенә бригадир Юлай Яҡупов етәкселегендәге төҙөлөш бригадаһы мал аҙығы бинаһын төҙөй. Оҙаҡламай унда малдарҙы өҫтәмә йәшел аҙыҡ менән туҡландырыу ойоштороласаҡ.
Бар яңылыҡтар ҙа етештереүҙең һөҙөмтәлелеген үҫтереүгә иҫәпләнгән һәм улар продукцияның артыуы иҫәбенә сығымдарҙы тулыһынса ҡаплай.


Автор фотоһы.

Читайте нас: