2019 йылдың тәүге ярты йыллығында Башҡортостан иҡтисадына 106 миллиард һум самаһы һалынған, уҙған йылдың ошо осоро менән сағыштырғанда үҫеш 13,6 процент тәшкил иткән.
Айырыуса төҙөлөш өлкәһендә, ауыл хужалығында һәм эшкәртеүсе производстволарҙа әүҙемлек күҙәтелә. Инвестицияларҙың 70 процентын тиерлек ҙур компаниялар һәм предприятиелар формалаштыра. Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров республиканың Инвестиция советы ултырышында ҡалған 30 проценттың кесе һәм урта эшҡыуарлыҡ предприятиеларына тура килеүен билдәләне. Беренсе ярты йыллыҡта уларҙың һаны 4 меңгә артып, 131 меңгә еткән.
Төбәк етәксеһе йәнә республикала инвестицияларҙың ошолай артыуы тәүгә күҙәтелеүен һәм бының ҙур, яйға һалынған эш һөҙөмтәһе икәнен билдәләне. Уның фекеренсә, власть бизнесҡа ярҙам иткән осраҡта ғына шундай алға китеш булыуы мөмкин.
«Тағы шуны әйткем килә: республиканың ҙур предприятиелары үҙҙәре лә еңеп сығыр, үҙҙәренең инвестиция программалары бар, беҙгә иң мөһиме – уларҙың эргәһендә булыу. Беҙгә кесе һәм урта эшҡыуарлыҡҡа булышлыҡ итергә, инвестициялар йәлеп итеү өҫтөндә әүҙем эшләргә кәрәк,» – тине төбәк етәксеһе.