Беҙҙең Ҡыйғы
-13 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
ИҠТИСАД
22 Август 2019, 13:33

Республикала груша өлгөргән, селекция үҙәге емеш-еләк йыйырға саҡыра

Кушнаренко селекция үҙәгендә йәйге сортлы грушаларҙы йыйыу ваҡыты етте, тип хәбәр иттеләр Башҡортостан ауыл хужалығы ғилми-тикшеренеү институтынан.

Кушнаренко селекция үҙәгендә йәйге сортлы грушаларҙы йыйыу ваҡыты етте, тип хәбәр иттеләр Башҡортостан ауыл хужалығы ғилми-тикшеренеү институтынан. Теләгән һәр кемде уңыш йыйырға саҡыралар, бер килограмы 20-40 һум тора. Үҙәктең баш агрономы, алма һәм груша буйынса селекционер Харис Фазлиәхмәтов емештәрҙе өлгөрөп еткәнсе 2-4 көн алдараҡ йыйырға кәңәш бирә. «Былай улар оҙағыраҡ һаҡлана, — ти ғалим. — Баҡсасылар был мәлде йыш ҡына күҙ уңынан ысҡындыра, шуға грушалар ҡойола, тиҙ боҙола». Һаҡлау өсөн ҡағыҙ салфеткаға төрөлгән емештәрҙе йәшниккә һалып, һыуытҡыста тоталар. Шул рәүешле уларҙы, сортына ҡарап, ике аҙнанан бер айға тиклем һаҡларға мөмкин.

Читайте нас: