Беҙҙең Ҡыйғы
-9 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
ИҠТИСАД
27 Август 2019, 11:46

Өфөлә миллионлы ҡалалар араһында иң бәләкәй бер бүлмәле фатирҙар төҙөйҙәр

Өфөлә 1 миллиондан ашыу халыҡ йәшәгән ҡалалар араһында иң бәләкәй бер бүлмәле фатирҙар төҙөйҙәр. Башҡортостандың баш ҡалаһында бер бүлмәле фатирҙың уртаса майҙаны — 36,3 квадрат метр, ә уртаса хаҡы 2 278 094 һум тәшкил итә, тиелә Domofond.

Өфөлә 1 миллиондан ашыу халыҡ йәшәгән ҡалалар араһында иң бәләкәй бер бүлмәле фатирҙар төҙөйҙәр. Башҡортостандың баш ҡалаһында бер бүлмәле фатирҙың уртаса майҙаны — 36,3 квадрат метр, ә уртаса хаҡы 2 278 094 һум тәшкил итә, тиелә Domofond.ru рейтингында.
Ә иркен бер бүлмәле фатирҙар — Силәбелә. Яңы йорттарҙа уларҙың уртаса майҙаны — 42,7 «квадрат», ә хаҡы — 1 807 912 һум. Артабан Һамар килә — 42,3 квадрат метр өсөн 2 266 821 һум һорайҙар.
Мәскәүҙә 40,4 «квадрат» өсөн 8 297 873 һум бирергә тура килһә, Санкт-Петербургта майҙаны 38,5 квадрат метрлыҡ фатирҙы уртаса 4 711 686 һумға һаталар.
Миллионлы ҡалалар араһында өсөнсө урынды Екатеринбург алды, унда бер бүлмәле фатирҙың уртаса майҙаны 40,7 квадрат метрға тиң, ә хаҡы — 3 183 029 һум.
Читайте нас