Беҙҙең Ҡыйғы
-4 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
ИҠТИСАД
27 Август 2019, 11:42

Владимир Путин Радий Хәбиров менән эшлекле осрашыу үткәрҙе

Рәсәй Президенты Владимир Путин Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров менән эшлекле осрашыу үткәрҙе, унда төбәктәге социаль-иҡтисади хәл тикшерелде.

Рәсәй Президенты Владимир ПутинБашҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров менән эшлекле осрашыу үткәрҙе, унда төбәктәге социаль-иҡтисади хәл тикшерелде. Республика етәксеһе дәүләт башлығына төбәктә төп күрһәткестәр буйынса ыңғай ҡарарҙар теркәлеүе хаҡында һөйләне. Сәнәғәт етештереү индексы 104,5% кимәлендә, төҙөлөш комплексы һәйбәт кимәлгә сыҡты (уҙған йыл менән сағыштырғанда 9%-ҡа үҫеш). Радий Хәбиров билдәләүенсә, ауыл хужалығында бынан алдағы йылдар бик үк уңышлы булманы, быға үҙенең объектив сәбәптәре бар, ҡоролоҡ һәм башҡалар.
«Беҙ тәүге ярты йыллыҡта 100 процентҡа сыҡтыҡ, белеүегеҙсә, республика ауыл хужалығының ҡеүәте бик ҙур, хәҙер инвесторҙар ҙа килә. Сәнәғәт етештереү индексы арта. Тәүге ярты йыллыҡта эш хаҡы 35 400 булды», — тип һөйләне Радий Хәбиров Рәсәй Президенты менән әңгәмәлә.
Эшлекле осрашыу барышында демография мәсьәләләре хаҡында ла һүҙ барҙы. Владимир Путин ни өсөн Башҡортостанда балаларҙың үлем осраҡтары ил буйынса ҡарағанда юғарыраҡ булыуы менән ҡыҙыҡһынды. Республика етәксеһе республиканың тыуым һәм үлем буйынса күрһәткән һандары объектив икәнен һәм төбәк властары был хәлде төҙәтәсәген билдәләне, шул иҫәптән сабыйҙарҙы ҡарау иҫәбенә. Владимир Путин ошо мәсьәләгә айырыуса иғтибар биреүҙе һораны.
Радий Хәбиров һүҙҙәренсә, Башҡортостан иҡтисады тигеҙ эшләй һәм властар социаль сектор һәм социаль хәл – яңы производство, яңы сифатлы хеҙмәт хаҡы һәм эш урындары икәнен яҡшы аңлай, төбәктә эшһеҙҙәр һанын кәметеү эше алып барыла, уның кимәле 4,3 % тәшкил итә.
Дәүләт башлығы әйтеүенсә, инвестицияларҙың артыуы — яҡшы күрһәткес. Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы әйтеүенсә, хәҙер сит ил инвесторҙары ла бар, атап әйткәндә, Францияның Savencia компанияһы беҙҙә йомшаҡ сырҙар етештереү предприятиеһы төҙөй башланы. Республикала инвесторҙарға булышлыҡ күрһәтеү өсөн барлыҡ инструментарий тормошҡа ашырыла.
Радий Хәбиров эшлекле осрашыу ваҡытында Башҡортостандың тағы өс ҡалаһына йылдам социаль-иҡтисади үҫеш биләмәһе статусын биреү мәсьәләһендә ярҙам иткәне өсөн Владимир Путинға рәхмәт белдерҙе.

Читайте нас: