4 сентябрҙә «Торатау» конгресс-холында «Минең бизнес» үҙәге асылды. Эшҡыуарҙарҙы хеҙмәтләндереү офисы эше менән Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров танышты.
«Минең бизнес» үҙәге эше берҙәм тәҙрә принцибы буйынса ойошторолған. Бында кесе эшҡыуарлыҡҡа ярҙам итеүсе ойошма, финанс институттар, йәмәғәт ойошмалары бүлексәләре урынлашҡан. Ошонда уҡ проект офисы эшләй: эшҡыуарҙар бер урында объектты төҙөү, уны сафҡа индереү, инженер селтәрҙәренә тоташтырыу өсөн рөхсәт документтарын юллай ала.
Мөрәжәғәт иткән һәр кемгә дәүләт ярҙамы, бизнес план төҙөү, мәғлүмәти һәм юридик йәһәттән, персоналдар һайлау буйынса консультация бирелә, белемен камиллаштырыу мөмкинлектәре бар.
Әйткәндәй, ошондай уҡ үҙәк май айында «Книжка» бизнес-үҙәгендә асылғайны.
– Был үҙәктәр эшҡыуарлыҡ башланғыстарын хуплау өсөн өҫтәмә мөмкинлектәр аса, ошо йүнәлеште йәнләндереп ебәрергә тейеш, – тине Радий Хәбиров. – Пландарға килгәндә, киләсәктә бизнесҡа, инфраструктура проекттарына, индустриаль парктарға ярҙам өсөн бюджетта айырым финанстар ҡараласаҡ. Шуға ла ошондай үҙәктәр республиканың башҡа ҡалаларында ла барлыҡҡа килергә тейеш.
Башҡортостан Башлығы Хакимиәте Етәксеһе Александр Сидякин әйтеүенсә, ошондай уҡ үҙәктәрҙе Сибай, Октябрьский һәм Салауат ҡалаларында асыу күҙаллана.
«Минең бизнес» үҙәген асыу көнөндә «Торатау» конгресс-холында республика эшҡыуарҙары форумы үтте. Унда бизнес йәмәғәтселектән тыш район-ҡала хакимиәттәре вәкилдәре ҡатнашты. Радий Хәбиров эшҡыуарлыҡ буйынса хакимиәт башлыҡтары тәғәйенләнеп бөтөү менән айырым осрашыу үткәрәсәген белдерҙе.
– Алдығыҙға ҡуйылған бурыс билдәле – ул эшҡыуарлыҡты алға әйҙәү, – тине төбәк етәксеһе. – Һеҙ үҙ районығыҙҙың эшҡыуарҙары өсөн атай ҙа, әсәй ҙә булырға тейешһегеҙ, һәр осраҡта уларҙың мәнфәғәтен яҡлау бурысы ҡуйыла.