Беҙҙең Ҡыйғы
-3 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
ИҠТИСАД
19 Сентябрь 2019, 12:30

Радий Хәбиров йәмәғәт транспортында түләү терминалдарын тикшерергә ҡушты

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров йәмәғәт транспортында түләү терминалдары эшен тикшерергә ҡушты. Быға шәхси пассажир ташыусыларҙың бөтәһенең дә автобустарҙа яңы түләү системаһына күсмәүе сәбәпсе булды.

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров йәмәғәт транспортында түләү терминалдары эшен тикшерергә ҡушты.
Быға шәхси пассажир ташыусыларҙың бөтәһенең дә автобустарҙа яңы түләү системаһына күсмәүе сәбәпсе булды.
Бөгөнгә республикала 125 мең «Алға» картаһы һәм транспорт ҡушымтаһы булған 250 мең уҡыусы картаһы һатылған. Уның менән, шул иҫәптән шәхси ташыусыларҙың автобустарында йөрөүҙе лә иҫәпкә алып, 12 миллиондан ашыу юл йөрөлгән. Ташыуҙарҙың күп өлөшө «Башавтотранс» предприятиеһына тура килә. Уның маршруттарында бер сәғәт эсендә икенсе автобусҡа күсеп ултырырға мөмкин.
Республика Башлығы Хакимиәте етәксеһенең беренсе урынбаҫары Ринат Бәширов билдәләүенсә, хәҙер Башҡортостанда транспорт карталарын һатыу һәм тулыландырыу нөктәләре селтәре үҫешә. Төбәктә йәшәүселәр онлайн-тулыландырыу системаһын файҙаланыуға өҫтөнлөк бирә.
Читайте нас: