2008 йылдың 26 декабрендәге 294-се “Дәүләт контролен (күҙәтеүен) һәм муниципаль контролде бойомға ашырғанда юридик берәмектәрҙең һәм шәхси эшҡыуарҙарҙың хоҡуҡтарын яҡлау тураһында” Федераль законға (артабан – 294-се Федераль закон) 2015 йылда индерелгән үҙгәрештәргә ярашлы, Рәсәй Федерацияһында 2016 йылдың 1 ғинуарынан алып 2018 йылдың 31 декабренә тиклем кесе эшҡыуарлыҡ субъекттарына ҡарата контроль-күҙәтеү органдары тарафынан планлы тикшереүҙәр үткәреүгә мораторий индерелде.
Был “каникулдар” ауылда хужалыҡ итеүҙең кесе формаһы менән шөғөлләнгән һәм ауыл хужалығы ерҙәрен файҙаланған аграрийҙарға ла ҡағылышлы.
2018 йылдың октябрендә Рәсәй Федерацияһы Президенты В. Путин кесе бизнес өсөн “күҙәтеү каникулын” тағы ла ике йылға оҙайтырға тәҡдим итте, ләкин даими һәм ҡаты контроль талап ителгән хужалыҡ итеүсе субъекттар өсөн генә.
294-се Федераль закон яңы статья (26.2) менән тулыланған, уға ярашлы, 2019–2020 йылдарҙа кесе һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттары реестрына индерелгән хужалыҡ итеүсе субъекттарға ҡарата планлы тикшереүҙәр түбәндәге осраҡтарҙа ғына уҙғарылырға мөмкин:
улар буйынса хәүеф категориялары, хәүефлелек кластары (категориялары), шулай уҡ юридик берәмектәрҙең һәм шәхси эшҡыуарҙарҙың эшмәкәрлеген айырым хәүеф категорияһына индереү кретирийҙары билдәләнгән дәүләт контроле (күҙәтеүе) төрҙәре сиктәрендә планлы тикшереүҙәр;
Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәте тарафынан билдәләнгән эшмәкәрлек төрҙәрен бойомға ашырыусы юридик берәмектәргә һәм шәхси эшҡыуарҙарға планлы тикшереүҙәр;
мотлаҡ талаптарҙы тупаҫ боҙған өсөн административ яуаплылыҡҡа тарттырылған берәмектәрҙе планлы тикшереүҙәр;
эшмәкәрлектең лицензияланыусы төрҙәре буйынса уҙғарылған планлы тикшереүҙәр.
Ошоға бәйле, Россельхознадзор иҫегеҙгә төшөрә: Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәтенең 2017 йылдың 8 сентябрендәге 1084-се “Дәүләт ер күҙәтеүе тураһында Положениеға үҙгәрештәр индереү тураһында” ҡарарына ярашлы, дәүләт ер күҙәтеүен бойомға ашырғанда хәүефкә йүнәлешле алым ҡулланыла, ул әйләнеше “Ауыл хужалығы тәғәйенләнешендәге ерҙәр әйләнеше тураһында” Федераль закон менән көйләнгән ауыл хужалығы тәғәйенләнешендәге ер участкалары өсөн хәүеф категорияларын (уртаса, самалы һәм түбән) билдәләргә мөмкинлек бирә.
Ошолай итеп, 2019 йылда һәм артабанғы йылдарҙа ауыл хужалығы производствоһы менән шөғөлләнеүсе, уртаса һәм самалы хәүеф категорияһына ҡараған ер участкалары составындағы ауыл хужалығы ерҙәрен файҙаланған кесе бизнес вәкилдәренә планлы тәртиптә тикшереү менән Россельхознадзорҙың дәүләт ер инспекторҙары килергә мөмкин.
Кемгә ҡарата һәм ҡасан планлы тикшереү үткәрелеүе тураһында мәғлүмәтте йыллыҡ тикшереү планынан белергә мөмкин, ул Россельхознадзорҙың Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы рәсми сайтында бирелгән.