+2 °С
Ҡар
«Инвестиция сәғәте» һөҙөмтәле эшләгән майҙансыҡҡа әүерелде, унда эшҡыуарҙар бизнесты үҫтереү һорауҙарына яуаптар таба. Йәнә бер тапҡыр инвесторҙарҙы Инвестиция комитеты ултырыштарында ҡатнашырға саҡырырға теләйем. Муниципалитет башлыҡтарын эшҡыуарлыҡ берләшмәһе менән эште әүҙемләштерергә саҡырам. Аңлашыла, бөтә ерҙә лә ҙур инвесторҙар юҡ. Ләкин етәкселәр әүҙемлек күрһәткән урында һөҙөмтә бар. Илшат Илдус улы (Фәзрахманов, Башҡортостан Республикаһының вице-премьеры – ауыл хужалығы министры вазифаһын башҡарыусы) бының менән етди шөғөлләнә. Министрлыҡҡа ошондай позиция өсөн рәхмәт әйткем килә», — тине Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров.