Башҡортостанда өс һәм унан күберәк бәлиғ булмаған балалы ғаиләләр, инвалид балалы ғаиләләр, шулай уҡ урман тармағының 35 йәшкә тиклемге йәш белгестәре йорт, башҡа ҡаралты төҙөү, уларҙың ремонтлау, йылытыу өсөн ағас алыу хоҡуғына эйә. Урман хужалығы министры урынбаҫары Венер Вәхитов Дәүләт Йыйылышының Аграр мәсьәләләр буйынса комитеты ултырышында хөкүмәттең законды парламентҡа индереүен билдәләне. Был норма ауыл ерендә йәшәгән һәм шәхси торлаҡ төҙөү, шәхси хужалыҡ алып барыу өсөн тәғәйенләнгән ер участкаларына эйә граждандарға ҡағыла.
Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы рәйесе Константин Толкачев киләһе пленар ултырышта депутаттарҙың закон проектын ҡараясағын әйтте. Уның һүҙҙәренсә, тәҡдим ителгән сара халыҡтың мохтаж ҡатламдарына һиҙелерлек ярҙам күрһәтергә мөмкинлек бирә.