Беҙҙең Ҡыйғы
+2 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ИҠТИСАД
14 Октябрь 2019, 13:57

ҮҘ-ҮҘЕН ЭШ МЕНӘН ТӘЬМИН ИТЕҮСЕЛӘРГӘ ҺАЛЫМ

Үҙ-үҙен эш менән тәьмин итеүсе сифатында эшҡыуарлыҡ эшмәкәрлеген алып барыу темаһы бөгөн йәмғиәттә киң тикшерелә.

Үҙ-үҙен эш менән тәьмин итеүсе сифатында эшҡыуарлыҡ эшмәкәрлеген алып барыу темаһы бөгөн йәмғиәттә киң тикшерелә. Яңы махсус һалым режимы – һөнәри килемгә һалым (НПД – налог на профессиональный доход) Башҡортостан халҡында ҙур ҡыҙыҡһыныу тыуҙырҙы.
Рәсәй Федераль һалым хеҙмәтенең БР буйынса идаралығы белгестәре был һалым буйынса ҡайһы бер аңлатмалар биреп үтте. Ведомство иғтибар йүнәлтеүенсә, НПД ҡулланылыуы өсөн эшмәкәрлек эксперимент тормошҡа ашырылған төбәктә алып барылырға тейеш. Үҙ бизнесын экспериментта ҡатнашыусы төбәктәрҙең береһендә: Мәскәүҙә, Татарстан Республикаһында, Мәскәү һәм Калуга өлкәләрендә алып барған башҡортостанлы ғына НПД режимын ҡуллана ала.
Мәҫәлән, әгәр Башҡортостан кешеһенең экспериментта ҡатнашыусы төбәктәрҙең береһендә күсемһеҙ милек объекты булһа һәм уны ҡуртымға тапшырһа, ошо мөлкәтте ҡуртымға биргән урын буйынса НПД ҡулланыла. Ошолай уҡ халыҡҡа хеҙмәттәр күрһәтеүселәр (парикмахер, массажист, репетитор, таксист, бала бағыусы, ветеринар, визажист һәм башҡалар), ошо төбәктәрҙең береһендә үҙ эшмәкәрлектәрен бойомға ашырған осраҡта, яңы махсус һалым режимын ҡуллана ала.
Әлеге ваҡытта махсус һалым режимын (НПД) ҡулланыу буйынса экспериментта ҡатнашасаҡ төбәктәр исемлеген киңәйтеү мәсьәләһе тикшерелә. Әгәр Башҡортостан Республикаһы экспериментта ҡатнашыусы субъекттар араһына индерелһә, беҙҙең төбәктең һалым түләүселәре лә махсус һалым режимын ҡуллана аласаҡ, тип аңлаттылар Рәсәй Федераль һалым хеҙмәтенең БР буйынса идаралығында.
Читайте нас: