Рәсәйҙең финанс министры Антон Силуанов 2020 йылда бюджет хеҙмәткәрҙәренең эш хаҡы — 5,4 процентҡа, ә инфляция өстән алып дүрт процентҡа тиклем артасағын белдерҙе. РИА-Новости, беренсе вице-премьерҙың һүҙҙәренә таянып, «бюджет инфляция һалымы эш хаҡын, пенсияны, һаҡлыҡҡа йыйған аҡсаны ашамаҫлыҡ итеп төҙөлгән» тип
хәбәр итә.