Беҙҙең Ҡыйғы
0 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Баш
Рус
Бөтә яңылыҡтар
ИҠТИСАД
22 Ноябрь 2019, 17:36
Милек һалымын 2 декабргә тиклем түләргә онотмағыҙ!
2 декабрҙә милек һалымын түләү кампанияһының тамамланыуы тураһында хәтергә төшөрәбеҙ. 3 декабрҙән һалымын түләмәгәндәр бурыслы тип иҫәпләнә, уларға пеня өҫтәлә башлай.
Федераль һалым хеҙмәтенең Башҡортостан буйынса идаралығы 2 декабрҙә милек һалымын түләү кампанияһының тамамланыуы тураһында хәтергә төшөрә.
3 декабрҙән һалымын түләмәгәндәр бурыслы тип иҫәпләнә, уларға пеня өҫтәлә башлай. Был бурысты мәжбүри түләтеү сараларын ҡулланыуға, милеккә арест һалыуға, илдән сығыуҙы сикләүгә, башҡа эҙемтәләргә килтереүе мөмкин.
Шәхси кабинетҡа инеү мөмкинлеге булмаған йәки почта аша белдереү ҡағыҙы алмаған кешеләргә һалым инспекторҙары күп функциялы үҙәк офистарында йәки теләһә ниндәй инспекцияла квитанция алырға кәңәш бирә. Улар эш көндәрендә иртәнге сәғәт 9-ҙан киске 8-гә тиклем эшләй.
Читайте нас: