Беҙҙең Ҡыйғы
-3 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
ИҠТИСАД
10 Декабрь 2019, 14:30

ПРОБЛЕМАЛЫ БАШНЯ ЯҢЫРТЫЛДЫ

Һыу менән тәьмин итеү мәсьәләһе – бына бер нисә йыл инде Йыланлы ауылы халҡы өсөн иң көнүҙәк темаларҙың береһе. 30 йылдан ашыу ҡулланылған һыу башняһы тутыҡҡайны һәм бер туҡтауһыҙ ремонт талап итә ине. Ауылда һыу етмәне.

Граждандар йыйылыштарында халыҡ яңы һыу һурыу башняһы кәрәклеге тураһында даими әйтә килде. Проблема “Реаль эштәр” партия проекты ярҙамында хәл ителде.
Ошо көндәрҙә подряд ойошмаһы – “Ҡыйғы һыу каналы” ЯСЙ-һы хеҙмәткәрҙәре ауылда һыу һурыу башняһын ҡороуҙы тамамланы. Объекттың хаҡы 380 мең һум тәшкил итте.
“Беҙҙең өсөн һыу етмәүе һәм уның сифаты проблемаһы үтә лә киҫкен тора ине. Хәҙер һыу барыһына ла етәсәк. Яңы башняны ҡуйыуға булышлыҡ итеүселәрҙең барыһына ла рәхмәтлебеҙ,” – ти йыланлылар.
Йыланлы ауыл Советы ауыл биләмәһе башлығы Г. Сибәғәтуллина әйтеүенсә, бөгөн иҫке һыу торбалары системаһын ремонтлау, һалҡында туңмаһын өсөн, башняны йылытыу мөмкинлектәре эҙләнә.
Читайте нас: