Эшләп йөрөгән пенсионерҙарға электрон эшкә яраҡһыҙлыҡ ҡағыҙын оҙайттылар.
Бынан алда һөнәре өйҙән эшләүҙе күҙ уңында тотмаған 65 йәштән өлкән хеҙмәткәрҙәргә 29 майға тиклем эшкә яраҡһыҙлыҡ ҡағыҙына хоҡуҡ бирҙеләр.
Рәсәй Федерацияһы хөкүмәте ҡарарына ярашлы, был сара 11 июнгә тиклем оҙайтылды.
1 июндән 11-енә тиклем ҡаралған электрон эшкә яраҡһыҙлыҡ ҡағыҙҙары, элеккеһе кеүек (12-29 май), Социаль страховкалау фонды иҫәбенә түләнә. Ул эш биреүселәрҙең Социаль страховкалау фондына ебәргән мәғлүмәттәре нигеҙендә бирелә», — тип хәбәр иттеләр Дәүләт хеҙмәт инспекцияһынан.