Беҙҙең Ҡыйғы
-6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ИҠТИСАД
29 Июнь 2020, 16:48

Башҡортостанда баҡсасыларға дәүләт ярҙамы тураһында закон ҡабул ителде

Дәүләт Йыйылышы депутаттары «Башҡортостанда граждандарҙың үҙ ихтыяждары өсөн баҡсасылыҡ алып барыуы тураһында» закон ҡабул итте, уға ярашлы баҡсасыларға республика яғынан ярҙам саралары ҡаралған.

Яңы законда Башҡортостанда баҡсасылыҡ ширҡәттәрен йылылыҡ, электр энергияһы, һыу, газ, ҡаты яғыулыҡ менән тәьмин итеүҙе ойоштороу, һыу бүлеү, комплекслы кадастр эштәрен финанслау кеүек башҡарма власть органдары яғынан баҡсасылыҡҡа ярҙам саралары яҙылған.
«Башҡарма власть органдары ошо законды үтәү барышында үҙҙәренең документтарын әҙерләүгә тотонһон өсөн ҡарарҙы мөмкин тиклем оператив ҡабул итергә тырыштыҡ. Төп маҡсат – законда ҡаралған нормалар мөмкин тиклем тиҙерәк эшләй башлаһын, халыҡ баҡсасылыҡ тармағына реаль ярҙамды тойһон», — тип белдерҙе Дәүләт Йыйылышы рәйесе Константин Толкачев.
Уның һүҙҙәренсә, Башҡортостанда — 500 меңдән ашыу баҡсасы ғаилә, был бөтә халыҡтың 40 проценты самаһы тигән һүҙ.
Читайте нас: