Беҙҙең Ҡыйғы
-6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ИҠТИСАД
8 Декабрь 2020, 16:27

Өфөлә Халыҡ-ара бизнес аҙналығы асылды

Өфөнөң «Торатау» конгресс-холында төрлө илдәрҙән 600-ҙән ашыу спикерҙы һәм бер нисә мең онлайн-ҡатнашыусыны берләштергән Халыҡ-ара бизнес аҙналығы-2020 асылды.

Өфөнөң «Торатау» конгресс-холында төрлө илдәрҙән 600-ҙән ашыу спикерҙы һәм бер нисә мең онлайн-ҡатнашыусыны берләштергән Халыҡ-ара бизнес аҙналығы-2020 асылды.
Быйыл Халыҡ-ара бизнес аҙналығы онлайн һәм офлайн үткәрелә.
Бөтә ҡулланыусылар ҙа эшлекле программаны онлайн күҙәтеп барырға мөмкин, бының өсөн ibw-bashkortostan.com рәсми порталында теркәлергә кәрәк.
Тамашасылар һәм спикерҙар кире бәйләнеш сервистары аша тура эфирҙа фекерҙәрен әйтергә һәм һорауҙарын бирә ала. Әлеге формат форумды мөмкин тиклем хәүефһеҙ һәм һөҙөмтәле итеп уҙғарырға мөмкинлек бирергә тейеш.
Дүрт көнлөк эшлекле программа ШОС һәм БРИКС илдәре төбәктәренең бәләкәй һәм урта бизнес, Рәсәйҙә эшҡыуарлыҡ, туризм, иҡтисад һәм экспорт темаһына арнала.
Бөгөн Халыҡ-ара бизнес аҙналығы–2020 барышында ШОС һәм БРИКС илдәренең IV бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ форумы башланды.
Бынан тыш, бөгөн Бөтә донъя фольклориадаһының презентацияһы була.
Донъяның фольклор коллективтары съезы, ғәҙәттә, дүрт йылға бер тапҡыр уҙғарыла. 2021 йылда ул Башҡортостанда ойошторола.
Халыҡ-ара бизнес аҙналығының беренсе көнө «Милли моданың сиктәре юҡ» проекты менән таныштырыу барышында халыҡ-ара, Рәсәй һәм Башҡортостан дизайнерҙарының образдарын күрһәтеү менән тамамлана.
Проекттың төп маҡсаты – төбәктәрҙә еңел сәнәғәт индустрияһына иғтибар бүлеү, Рәсәйҙең дизайнерҙар ойошмаһын йәлеп итеү, бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡҡа, шулай уҡ йәш дизайнерҙарға ярҙам күрһәтеү.
11 декабрҙә Халыҡ-ара бизнес аҙналығы үҙ эшен тамамлай.
Сараны ойоштороусы – Башҡортостан Хөкүмәте.
Читайте нас: